Мораҙым
+24 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноября 2021, 07:38

Ҡаҙ өмәһе - бәрәкәтле байрам

Ҡаҙ өмәһе - бәрәкәтле байрам Ауылдарҙа бер-бер артлы ҡаҙ өмәләре гөрләй башланы. Халҡыбыҙҙа борондан һаҡланып ҡалған был ҙур эшкә күрше-күләндәр, туған-тыумасалар йәлеп ителә. Бала саҡта үткән ҡаҙ өмәләре һәр кемебеҙҙең күңелендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланалыр. Атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр башҡорт йолаһын бөтә теүәллегендә башҡарыуҙары балалар өсөн үҙе бер әкиәти донъя һымаҡ булғандыр. Әйҙәгеҙ әле, ошо матур миҙгел – ҡаҙ өмәләре менән бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашайыҡ.

Ҡаҙ өмәһе - бәрәкәтле байрамҠаҙ өмәһе - бәрәкәтле байрам
Ҡаҙ өмәһе - бәрәкәтле байрам

 

Аҫылбикә Мәжитова:

-  Өмәселәр килгәс тә тәүҙә сәй эсеп алалар. Шунан алғы өйҙөң урындығының урта таҡталары алына, еңгәләр урындыҡ ситләтеп уратып ултыралар. Уртала - йөн һалыр өсөн ҙур һауыт. Ваҡ мамыҡты айырым, эреһен, аҙаҡ һыҙырып алыр өсөн, айырым йыйып баралар.  Бер төркөм балалар ҡаҙ ҡуғырлайын ауыҙға ҡабып, кемуҙарҙан һыҙғырышып урамға сығып йүгерәбеҙ. Ауылбы бер итеп әйләнеп килеүебеҙгә тәмле еҫ сығарып ҡаҙанда ит бешә. Кискеһен өмәселәр ашҡа килә. Өлкәндәр –урындыҡта, ә беҙ, күмәк балалар, иҙәндә ашъяулыҡ тирәләй ҡунаҡ булабыҙ. Һәр кемгә өлөш таратыла. Бигерәк тә баш мөнйөү ҡыҙыҡ була торғайны. Хәҙерге балалар һымаҡ “быныһы оҡшамай, быныһынан сикәнәм” тимәнек беҙ.  Башты мөнйөп бөткәс, атайым  теше менән баш һөйәген асып бирә лә мейеһен ашап ҡуябыҙ.

 Бер мәл әсәйем менән бергә бер еңгәлә ҡаҙ өмәһендә булдыҡ. Өмәнән ҡайтып, өй эшен бөтөп, малды ябып, кис ҡунаҡҡа барырға сыҡтыҡ. Көндөҙ рашҡы яуып, ер туң, тайғаҡ. Икебеҙ бер һәнәккә таянып саҡ барып еттек. Миңә был көн оҡшап ҡалды. Йыл да көҙ етһә “Әсәй, ҡасан һәнәккә таянып йөрөй торған көн етә?” тип һорау торғайным.

Гөлфиә Искәндәрова:

-  Ҡаҙ өмәләре башланһа, ысынлап та, бала саҡ иҫкә төшөп китә. Ҡаҙ мамығын өмәселәр аш өлгөргәнсе һыҙырып бөтәләр ҙә, ҡалған ҡаты таяғын тойҡсайға һалып беҙгә, балаларға, тоттороп сығарып ебәрәләр. Беҙ юл буйлап йылғаға тиклем  ҡаҙ булып “ҡаҡ-ҡаҡ” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра шуларҙы һибеп барабыҙ. Был икенсе йылға ла ҡаҙҙар уңһын өсөн башлаҡыла ине. Үҙенә күрә ырым-ышаныу булғандыр. Ҡойроҡ осондағы өлтөкәйҙәрен ҡырҡып алып мейескә йәбештерәләр ине,  теҙелешеп тора торғайны. Кипкәс, мендәр мөйөштәренә тегеп ҡуя ине әсәйем. Хатта минең дә оҙаҡ йылдар өлтөкәйле мендәрҙәрем булды, әсәйем иҫтәлеге итеп һаҡланым.

Вәрисә Сәлихова:

- Ҡаҙ өмәһендә бешерелгән аш-һыуҙар ғына нимә тора! Ҡаҙ тәпәйенә эсәген урап, йүрмә лә эшләй торғайны әсәйем. Ҡаҙ майына ғына баҫып бешерелгән, ҡаҙ майы менән майланған табикмәк тәме лә һаман телемдә һымаҡ! Кискә ашын да мул һалырҙар ине. Һәр бер өмәсегә ғаиләгә бер ҡаҙ иҫәбенән өлөш тейә ине. Байрам, туй һымаҡ булды бит элек ҡаҙ өмәләре. Йолаһын да белделәр, теүәл итеп арҡарҙылар. Ҡаҙ майын иреткәс, беҙ, балалар, рәхәтләнеп тоҙлап тороп һыҙығын ашар инек.

Ҡаҙ өмәһе - бәрәкәтле байрам
Ҡаҙ өмәһе - бәрәкәтле байрам
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас