Мораҙым
+12 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноября 2021, 04:49

Бөгөн - Ҡыш бабайҙың тыуған көнө

18 ноябрҙә Рәсәйҙә Ҡыш бабайҙың тыуған көнө билдәләнә. Сөнки тап ошо көндә уның биләмәһендә – Бөйөк Устюгта – ысын ҡыш башлана.

Бөгөн - Ҡыш бабайҙың тыуған көнөБөгөн - Ҡыш бабайҙың тыуған көнө
Бөгөн - Ҡыш бабайҙың тыуған көнө

1999 йылда Бөйөк Устюг рәсми рәүештә Рәсәй Ҡыш бабайының тыуған төйәге тип аталды.

 Унда был байрамға айырыуса ныҡ әҙерләнәләр.Был көндө Ҡыш бабайға ҡотлау ебәреү өсөн махсус почта йәшниге асалар. Урындағы балалар ҙа, килгән туристар ҙа был мөмкинлектән ихлас файҙалана. Хәҙерге Ҡыш бабай заман менән бергә атларға тейеш, шуға ул яңы технологияларҙы ла үҙләштерә – хәҙер балалар яҙған хаттарҙы ул электрон почта аша ла ҡабул итә, өҫтәүенә социаль селтәрҙә блог алып бара һәм коллегалары менән кеҫә телефонынан аралаша.

 Бөйөк Устюгтың үҙәк майҙанында был көндө төрлө байрам саралары ойошторола, йола буйынса тәүге Яңы йыл шыршыһында уттар ҡабыҙыла. Ошо байрамдан һуң Ҡыш бабай Рәсәй ҡалалары буйлап юлға сыға.

Фото: funik.ru

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас