Мораҙым
+25 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноября 2021, 04:04

Республикаға буран яҡынлаша

Елдең көсәйеүе, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы, урыны менән ҡар һырынтылары ятыуы көтөлә.

Республикаға буран яҡынлашаРеспубликаға буран яҡынлаша
Республикаға буран яҡынлаша

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә ҡар, көндөҙ бер аҙ епшек ҡар. Айырым райондарҙа буран сығыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән ҡар һырынталары ятыуы мөмкин.

Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 9-14 метр, ҡайһы бер райондарҙа уның тиҙлеге 18 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә -6,-11, аяҙытҡанда иһә -16, көндөҙ 0, -5 градус була. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

Автор:
Читайте нас