Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноября 2021, 07:36

Яратҡан эш ялҡытмаҫ

Ифрат алсаҡ, киң күңелле, тилбер ҡуллы ул Ялсы ауылында йәшәүсе Ғәзимә Кинйәбаева.  Беренсе класта уҡыған сағынан уҡ әсәһенә һыйыр һауырға ярҙамлашып, ебәк болондарҙа кинәнеп бесән сабып һәм көтөү көтөп, кесе йәштән үҙен ер кешеһе итеп тойоп үҫкәнгәлер ҙә, бар ғүмерен ауыл хужалығы тармағына бағышлаған ул.  “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәтенең Ялсы ауылы фермаһында быҙаулатыу бүлегендә үҙ эшен яратып башҡарыусы намыҫлы хеҙмәткәр өс баланың изгелекле әсәһе лә, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып тороусы хәстәрлекле өләсәй ҙә.

Яратҡан эш ялҡытмаҫЯратҡан эш ялҡытмаҫ
Яратҡан эш ялҡытмаҫ

 Ул 1964 йылда Түләбай ауылында 35 йыл ғүмерен һауынсы һөнәренә бағышлаған һәм ун бала тәрбиәләгән Герой-әсә Фәниә Хәбир ҡыҙы менән диндар, көслө рухлы Әнүәр Бәхтиәр улының татыу ғаиләһендә тыуған. Семен-Петровский һигеҙ йыллыҡ, Йомағужа урта мәктәбендә уҡыған осорҙа белемгә әүәҫлеге менән айырылып торһа ла, юғары уҡыу йорттарына ымһынмай, Әлшәй районындағы Аксеновск ауыл хужалығы техникумына (агросәнәғәт колледжы) уҡырға инә. 1984 йылда ҡулына диплом алғас, ата-әсәһе бил бөккән “Сеятель” колхозына зоотехник-селекционер булып эшкә сыға. Үҙен сая рухлы, төплө белемле итеп күрһәткән йәш белгескә 1986 йылда яуаплыраҡ бурыс йөкмәтәләр – колхоздың трактор бригадаһына иҫәпсе-хисапсы итеп ҡуялар. Ир-аттар башҡара торған эште ул 23 йыл ҙур намыҫ менән атҡара.

 “Иртөбәк” агрофирмаһы ойошторолғас, ике йыл Ғәзимә Әнүәр ҡыҙына Ялсы ауылы фермаһын етәкләргә тура килә. Яуаплы вазифанан баш тартҡас, ниһайәт, 2008 йылдан 2019 йылға тиклем, йәғни хаҡлы ялға сыҡҡансы, бала сағынан уҡ йәненә яҡын һауынсы һөнәренә тоғро хеҙмәт итергә насип була. Ә быҙаулатыу бүлегендә һауынсы булып эшләүенә хәҙер бер йылдан артыҡ. “Яратҡан эш ялҡытмай” , - тип үҙ эшен яратып башҡарғанғалыр ҙа, уның ауырлығын һис тоймай ул.

 1984 йылдан тормош йөгөн бергә тартҡан икенсе яртыһы – Рәмил Шәйхетдин улы менән улар өс балаға ғүмер бүләк итеп, өсөһөн дә һөнәрле, башлы-күҙле иттеләр. Ҡәҙерлеләре һәм уларҙың сабыйҙары өсөн ныҡлы терәк булып торалар. Шәхси хужалыҡ тотоп, мал-тыуарын, ҡош-ҡортон аҫрап, ауыл еренең бар йәмен-тәмен тойоп йәшәй белеүҙәре менән һоҡланғыс ул Кинйәбаевтар!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас