Мораҙым
-3 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноября 2021, 11:01

Ил өҫтөндә һүҙең көслө, ағинәй!

 “Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүсеһе булған Исем ауылында “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы эшләй башлауына әле йыл да тулмайҙыр. Әммә ошо ғына арауыҡта улар әллә күпме әһәмиәтле башлағыстарға нигеҙ һалып, әллә күпме эштәр эшләп тә өлгөргәндәр. Халыҡ кәсептәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен тергеҙеүгә ябай ғына ауыл ҡатындарының  индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур тиергә була. Сөнки нимә генә тиһәң дә, тәрбиә кешегә, бигерәк тә, үҫеп килгән быуынға, йәштәргә нәҡ абруйлы ил инәләре, ил ағаларының һүҙе, холоҡ-фиғеле аша һеңә.  Эйе, ағинәйҙәр ҡоро эшмәкәрлеге төрлө йүнәлештә эшләй. Бынан бер нисә йыл элек барлыҡҡа килгән район ағинәйҙәр ҡоро айыҡ туйҙар, сабыйҙарға исем ҡушыу, йола байрамдарын үтәү (был тәңгәлдә Тәүәкән ауылының инәйҙәре өлгө булып тора – улар күптән никах туйҙарында килен төшөрөү, ҡыҙ оҙатыу, килен сәйе, кейәү сәйе, килен һөйөү кеүек милли йолаларҙы күтәрәләр) йүнәлештәре буйынса һиҙелерлек һөҙөмтәләр күрһәткәйне. Ауылдарҙа төрлө ҡул эштәрен бергәләп эшләү, элеккесә йыйылып, бергә кис ултырыуҙар, уңған хужабикәләрҙең бер-береһенә ҡаҙ өмәләренә йөрөүе ғәҙәткә инә бара. Исем ауылының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зилә Сәмиғулла ҡыҙы Хөсәйенова “Был эш беҙгә күптән кәрәк булған икән” тип иҫәпләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ил өҫтөндә һүҙең көслө, ағинәй!Ил өҫтөндә һүҙең көслө, ағинәй!
Ил өҫтөндә һүҙең көслө, ағинәй!

-  “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыу барышында ауыл активының бер йыйылышында уйлап-уйлап ултырҙым да, ауыл хакимиәте башлығы Юлиә Хреноваға  “Башҡа ауылдарҙа ағинәйҙәр ҡоро бар, беҙ ҙә, әйҙәгеҙ, шулайтып ойошайыҡ” тип тәҡдим иттем. Ул инде ҡыуанып риза булды. Шулай итеп, ауыл төркөмөндә иғлан биреп,  әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы йома сәйенә саҡырҙыҡ. Беҙҙә шул хәтлем дә уңған, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар күп. Сәйгә килгәндә  һәр кемеһе күңел йылыһын һалып,  бәлештәр, сәк-сәктәр бешереп, ҡоймаҡ ҡойоп алып килде. Сәй табыны артында һөйләшеп, кәңәшләшеп, эш башларға булдыҡ. Арабыҙҙағы мөслимәбеҙ доғалар уҡып, аят бағышланы.

Идеялар бер-бер артлы яуып ҡына торҙо, әйтерһең дә, шуны ғына көткәндәр.  Иң беренсе беҙ милли кейемдәрҙе барларға булдыҡ. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң затлы биҙәүес әйбере булып иҫәпләнгән һаҡал, селтәр эшләп тағырға килештек. Был эштә беҙгә ауыл килене Азалия Ишмөхәмәтова ныҡ ярҙам итте. Кис йыйылышып, аулаҡ өйҙә  тәңкә баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек. Унан инде шәл бәйләү өмәһенә саҡырҙыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы. Белеүегеҙсә, беҙҙә дебет кәзәһен күпләп аҫрайҙар, шәл бәйләү оҫталары өй һайын тиергә була. Төрлө биҙәктәр өйрәнеп, шәл өмәһендә һәр беребеҙ шәл башланы.  Артабан инде “Айыҡ ауыл”  конкурсы сиктәрендә “Һаулыҡ” фестивалендә әүҙем ҡатнаштыҡ. Ағинәйҙәр тирмә ҡороп тороп, милли аш-һыуҙарҙан, ҡул эштәренән бай, сағыу күргәҙмә ҡуйҙы.  Бынан тыш, бер концерттан да, спорт сараларынан да ситтә ҡалманыҡ. Күмәкләшеп Сәйҙә әбейгә ихата таҙаларға ярҙам иттек. Һабантуйҙа ҡатнашыу ҙа үҙе бер ғүмер булды. Дәртләнеп, бергәләп тотонғас,  тирмәләр бәйгеһендә беренсе урын яуланыҡ.

 Киҙеү арҡаһында осрашыуҙар һирәгәйһә лә, тик ятмайбыҙ. Ҡорама ҡорайбыҙ, бәйләм бәйләйбеҙ, аш-һыу серҙәре менән бүлешәбеҙ. Заманға яраҡлаштырып, ватсапта төркөм дә асып ебәрҙек. Ҡапылғара йомош-фәлән төшһә, шунда яҙа һалабыҙ.

 Сентябрҙә беҙҙең ҡор ағзаһы Фәрҙиә Ихсанова улын өйләндерҙе. Кәңәшләшеп,  башҡорт йолаһын теүәл атҡарып, килен төшөрҙөк. Ҡоҙаларға ла, үҙебеҙгә лә бик ныҡ оҡшаны. Киләсәктә лә был эште дауам иткәндә, бик һәйбәт булыр ине, - тип эшләнгән эштәре тураһында бәйән итә Зилә апай

Ил өҫтөндә һүҙең көслө, ағинәй!
Ил өҫтөндә һүҙең көслө, ағинәй!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас