Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноября 2021, 05:19

21 ноябрь - Бөтә донъя телевидение көнө

 Күгәрсен район телевидениеһында зәңгәр экрандарҙан яңғыраған  яғымлы тауышлы алып барыусы Гөлсиә Фәнис ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаны хәҙер инде районда, хатта күрше-тирә өлкәләрҙә лә танып беләләр. 13 йылдан ашыу район яңылыҡтарын, ҡотлау тапшырыуҙарын алып барған ҡыҙы бөгөн ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы тип әйтергә була.

21 ноябрь - Бөтә донъя телевидение көнө21 ноябрь - Бөтә донъя телевидение көнө
21 ноябрь - Бөтә донъя телевидение көнө

 Телевидениеға Гөлсиә урауыраҡ юлдар аша килә. Санъяп мәктәбендә алты класты бөткәс, етенсегә Мораҡ башҡорт гимназияһына килә. Бында ул туғыҙы тамамлап, Салауат педагогия училищеһына уҡырға инергә имтихандар бирә. Әммә яҙмыш уны икенсе йүнәлештән алып китә, ҡыҙыҡай тиҙләтелгән ун айлыҡ курстарҙы һайлай. Курстарҙан һуң Стәрлетамаҡ педагогия колледжының социаль педагогика бүлегенә уҡырға инә. Ул йылдарҙа колледж-училищеларға конкурс ҙур булыу сәбәпле ҡатмарлыраҡ була. Шулай ҙа имтихандар һөҙөмтәләре буйынса Гөлсиә студент булып китә. Уҡып йөрөгән ваҡытта уҡ район күләмендә үткән сараларҙа алып барыусы булараҡ эшләй башлай.  Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән республика сараһында ла Гөлсиә Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов менән бергә тамашаны еренә еткереп, матур итеп алып барғаны хәтерҙә. Бала саҡтан йыр-моңға ла ғашиҡ,  төрлө мәҙәни сараларҙа, “Башҡортостан йондоҙсоҡтары”, “Күгәрсен һандуғасы” йыр бәйгеләрендә  ҡатнашып, призлы урындар яулай. Нәфис һүҙ сәнғәтенә был да үҙенә күрә бер этәргес булып торғандыр.

Диплом алғас, йәш ҡыҙ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия  академияһына ситтән тороп уҡырға инә. Һәм күп тә үтмәй уны тыуған ауылына клуб мөдире итеп эшкә саҡыралар. Шулай ҙа йәш йөрәк бәләкәй ерҙе мөрхәтһенмәй. Әмәлгә ҡалғандай ҡулына район гәзите килеп эләгә. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсовод кәрәклеге тураһында иғланға юлыға. Директор мәрхүмә Ғәфүрә Әбделмәнова һынау эшен дә йөкмәтә. Гөлсиә бөтә талаптарҙы ла теүәл атҡара, шулай ҙа ситтән тороп уҡып йөрөгән студент булғас, эшкә алмайҙар. Артабан инде Гөлсиәгә телевидениеға юл асыла. Хәтеремдә, ул йылда мин телевидение директоры вазифаһын башҡара инем. Дикторлыҡҡа һайлап алыу конкурсы ла иғлан иткәнебеҙҙе ишетеп, Ғәфүрә Миңнулловна уны саҡырып, тыңлап ҡарауыбыҙҙы һораны. Ауылға кире ҡайтып, клубта эшен дауам иткән ҡыҙҙы беҙ шулай эҙләп табып, телевидениеға эшкә саҡырҙыҡ. 2008 йыл ине. Бына шул осорҙан алып бөгөнгәсә үҙ һөнәренә торғо ҡалып, лайыҡлы алып бара ул.

-  Бай һәм үҙенсәлекле тарихлы “Оло Эйек” телевидениеһына килеүем менән мин яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Ауылда ҡалғы килмәү теләге шул тиклем көслө булғандыр инде, хатта уйлап тормай клубтан  китеп, диктор булып  эш башланым. Шул йылдың декабрендә ул “Күгәрсен” телестудияһы булып үҙгәртелде. Исем үҙгәреүҙән генә есем үҙгәрмәй тигәндәй, эшебеҙ шулай уҡ дауам итте. Район буйлап йөрөү, ауыл кешеләре, теге йәки был саралар тураһында тапшырыуҙар әҙерләү һөнәри яҡтан үҫешергә лә булышлыҡ итте. Хатта камера менән эшләргә лә, тапшырыу монтажларға ла  өйрәнеп алдым. Хеҙмәттәштәрем Ринат Әлимғужин, Әсхәт Әлимғолов, Рөстәм Алламоратовтар менән бер команда булып, берҙәм генә эшләп йөрөйбөҙ. БСТ ойошторған ТВ курстарында уҡып ҡайтҡас, тапшырыуҙарыбыҙ тағы ла камиллашты. Ә телевизор ҡараусылар алдында ошолай килеш баҫып тороуымда атайым менән әсәйемдең өлөшө бик ҙур. Бала саҡтан эште еренә еткереп эшләргә, ҡуйған маҡсаттарыма ирешеп, үҙ аллы, кешеләргә игелекле булырға кәрәк икәнлеген уларҙан күреп үҫтем. Әсәйемдең “Сабырлыҡтың төбө- һары алтын” тип йыш ҡабатлағанын һеңдереп үҫтем. - Зәңгәр экрандарға юл асылған осор Гөлсиә өсөн айырыуса ҡәҙерле.

Тулы мәҡәлә гәзиттең киләһе һанында донъя күрер. 

21 ноябрь - Бөтә донъя телевидение көнө
21 ноябрь - Бөтә донъя телевидение көнө
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас