Мораҙым
-4 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
14 Ноября 2021, 05:29

Ҡышҡы һалҡындар килә

Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек була?

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡышҡы һалҡындар киләҠышҡы һалҡындар килә
Ҡышҡы һалҡындар килә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йәкшәмбелә, 14 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә. Һауа температураһы көндөҙ -2,-7 градус тәшкил итә.

15 ноябрҙә төндә урыны менән ҡар яуа, көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Термометр бағаналары төндә -9,-14, аяҙығанда -20 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ -5,-10 градус күһәтәсәк.

Шишәмбелә, 16 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Төндә -12,-17, аяҙығанда -22 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ -6,-11 градус буласаҡ.

 

Фото - wallbox.ru

Автор:
Читайте нас