Мораҙым
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноября 2021, 07:06

Дан ғаиләләр күп беҙҙә

Аралбай ауылында өлгө итеп ҡуйырлыҡ, заман ауырлыҡтарына ҡарамай, күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр, “Әсәлек даны” миҙалы алған герой-әсәләр ҙә бар. Шуларҙың береһе – Филүзә менән Фирғәт Баймөхәмәтовтар ғаиләһе.

Дан ғаиләләр күп беҙҙәДан ғаиләләр күп беҙҙә
Дан ғаиләләр күп беҙҙә

Ғаилә башлығы Фирғәт Сабир улы Аралбай ауылы егете булһа, Филүзә Миңлеғол ҡыҙы Ишембай районынан. Быйыл уларҙың ғаилә ҡороуҙарына, иңгә-иң терәшеп тормош көтөүҙәренә 34 йыл булып киткән. Татыу ғаилә 8 балаға  -4 ул һәм 4 ҡыҙға ғүмер бүләк иткән.
 Фирғәт ағай ғүмере буйы тракторҙа эшләне, колхоз тарҡалғас, үҙ тырышлығы менән кәрәкле техника йүнләп алып, күпләп мал тотоп, ауылдаштарына бесән, утын, ер һөрөү эшендә ярҙам итеп тырышып донъя көтә. Филүзә Миңлеғол ҡыҙы хәҙер хаҡлы ялда, балаларын тәрбиәләп, донъяһын ҡарап, уларға тәмле аштар бешереп, һәр береһен эштән, уҡыуҙан көтөп алып, күркәм итеп көн итә ул. Малайҙары дүртеһе лә әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтып, Себер тарафтарына йөрөп эшләйҙәр.Өлкән ҡыҙҙары Сәриә үҙе дүрт балаға әсәй. Ә бәләкәй ҡыҙҙары әле мәктәптә уҡыйҙар.
Филүзә еңгә 2001 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.
#Айыҡауыл2021
#Трезвоесело2021
#Аралбайауылы
#Аралбаево
#Кугарчинскийрайон
#РеспубликаБашкортостан
#Многодетныесемьи

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас