+25 °С
Облачно


Элек-электән халыҡ тәбиғәтте күҙәтеп, көндөң, миҙгелдең генә түгел, йылдың нисек булырын да алдан күҙаллай белгән. Элекке кеүек әллә ни тура ла килмәйҙер, шулай ҙа, халыҡ һынамыштары буйынса 9 ноябрҙә көн имшеү булһа, алдағы көндәр ҙә йылы торасаҡ, тиҙәр. Тимәк, һынамыштар хаҡ булһа, ҡапыл ғына һыуыта һалмаҫтыр. Ҡыр ҡаҙҙары ла үткән аҙнала ғына осто йылы яҡҡа. Ә аҡҡоштар әлегә ашыҡмай. Йылға-күлдәр ныҡлап туңмайса, тыуған яғын ташлап китмәй улар.