Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноября 2021, 06:31

Ҡулдарынан гөл тама...

Был һүҙҙәрҙең Кәримова Зилә Рафиҡ ҡыҙына тап килеп тороуына өйҙәренә барып ингәс тә инанаһың. Зилә апайҙың ҡулдары менән тыуҙырған матурлығына ысынлап та хайран ҡалырлыҡ. З илә апай Аралбайҙа тыуып үҫкән. Кейәүгә сыҡҡас, тормош иптәше менән Күмертау ҡалаһында йәшәй һәм эшләйҙәр. Тормош юлдашы Миҙхәт еҙнә менән ике балаға ғүмер бирәләр. Хәҙер инде Кәримовтар өс ейәненә һәм бер ейәнсәренә хәстәрлекле олатай-өләсәй. Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыу һәләте Зилә апайға әсәһе Миңлегөл инәйҙән күсә. Инәй иҫән саҡта улар һәр саҡ икәүләп кистәрен бәйләм тотоп ултыра, ҡағыҙҙан (квиллинг) төрлө һындар, һүрәттәр эшләү менән дә мауыға.  Миңлегөл инәй мәрхүмә булғас, Зилә апай менән Миҙхәт еҙнә ауылға ҡайтып төпләнә. Йорт-ихата мәшәҡәттәре артып китеүгә ҡарамаҫтан, Зилә апай яратҡан шөғөлдәрен ташламай,  уларға өҫтәп бисер менән дә ҡыҙыҡһына башлай.

Ҡулдарынан гөл тама...Ҡулдарынан гөл тама...
Ҡулдарынан гөл тама...

“Ҡул эше күп иғтибар, түҙемлек талап итә, ваҡыты менән күҙҙәр ҙә талып китә, ҡулдар ҙа һыҙлап ала, әммә бәйләм бәйләү күңел тыныслығы бирә,” -  ти ул йылмайып.
 Оҫта ҡуллы Зилә апайҙың ҡулдары бер ҙә талмаһын, күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән әйберҙәре яҡындарын, балаларын оҙаҡ йылдар ҡыуандырһын! Ҡулдарына бер үк күҙҙәр тимәһен!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас