Мораҙым
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноября 2021, 12:05

Әсәйемә бүләккә!

Тиҙҙән изге байрам - Әсәйҙәр көнө етә. Шул айҡанлы беҙҙең төркөм  “Әсәйемә бүләккә!”тигән конкурс иғлан итә. Күркәм байрам уңайынан әсәйҙәрегеҙҙе, өләсәйҙәрегеҙҙе, ғөмүмән, әсәй тигән исемгә лайыҡ булған яҡын кешеләрегеҙҙе матур бүләк менән ҡотлағығыҙ киләме? Улайһа, беҙҙең конкурста әүҙем ҡатнашығыҙ!

Әсәйемә бүләккә!Әсәйемә бүләккә!
Әсәйемә бүләккә!

Унда ҡатнашыу шарттары ябай:

*Әсәйегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт,

*фотоһын, 

*иң ҡәҙерле кешегеҙгә рәхмәт һәм байрам менән ҡотлау һүҙҙәре яҙып беҙгә “Мораҙым” гәзите төркөмөнә шәхси хәбәр итеп (сообщение) йәки 8-927-312-4066 телефонына (ватцап аша) ебәрегеҙ.

Беҙ уларҙың һәр береһен төркөмдә баҫтыра барырбыҙ.

Иң күп лайк һәм комментарий йыйған пост бүләккә лайыҡ буласаҡ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас