Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноября 2021, 05:07

Фәхретдинова Зөлфиә Ишмырҙа ҡыҙына ҡотлау

7 ноябрҙә беҙҙең әсәйебеҙ Фәхретдинова Зөлфиә Ишмырҙа ҡыҙы үҙенең күркәм ғүмер байрамын - юбилейын билдәләй. Ул 1951 йылда Ейәнсура районының Үрнәк ауылында Ишмырҙа менән Фәриҙә Байгилдиндар ғаиләһендә донъяға килгән. Ҡәҙерле кешебеҙ тәүҙә Яңы Себенле мәктәбендә белем ала. 9-сы кластан һуң Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, 1972 йылда 1-се Дәүләтҡол ауылына йүнәлтмә менән эшкә урынлаша.Йәш белгес мәктәп эшенә ең һыҙғанып тотона. Йәштәр менән уртаҡ тел табып, концерт, спектаклдәрҙә лә ҡатнашырға өлгөрә. Һәләтле педагогты балалар ҙа үҙ итәләр, яраталар.1973 йылдың көҙөндә ошо ауыл егете Самат Нуретдин улы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, тормош ҡороп ебәрәләр. Мөхәббәт емештәре булып өс балалары - Зөлфирә, Венер, Илнур доньяға киләләр.Балаларға белем һәм тәрбияә биреүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкәне өсөн Зөлфиә Ишмырҙа ҡыҙы бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы”, “Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре” тигән юғары наградаларға лайыҡ була.Ҡәҙерлебеҙ! Тынғыһыҙ йәнле, сабыр һәм кешелекле, ярҙамсыл һәм ҡунаҡсыл, бала йәнле һәм эскерһеҙ булыуың, беҙҙең шатлыҡ-борсолоуҙарҙы йөрәгең аша үткәреп, кәңәш-табыш, ярҙам итеп тороуың өсөн мең-мең рәхмәт, әсәй! Һине ысын күңелебеҙҙән тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ. Һәр тыуыр таңың шатлыҡ менән атһын, Хоҙай һаулыҡ – сәләмәтлектән айырмыһын, бәрәкәтлә оҙон ғүмер насып итһен, йән тыныслығы, күңел күтәренкелеге юлдаш булһын һиңә, иңдәреңдәге шәфкәт фәрештәһе бер ҡасан да ташламаһын, атайыбыҙ менән тигеҙлектә, балаларың һәм ейәндәрең бәхетенә һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә яҙһын.   Әсәй, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ, Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа. Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә Тыуған көнөң менән ҡотларға. Төрлө саҡты күргәнһеңдер, Йөрәгеңдә күптер яра ла. Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып Оҙаҡ йәшә беҙҙен арала. Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк, Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен. Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен. Яныбыҙҙа һин булғанда ғына, Табып була оло бәхетте. Ҡояштыҡы кеүек булһын ғүмерең, Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен. Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң Ҡайғы сатҡылары күрмәһен!

Фәхретдинова Зөлфиә Ишмырҙа ҡыҙына ҡотлауФәхретдинова Зөлфиә Ишмырҙа ҡыҙына ҡотлау
Фәхретдинова Зөлфиә Ишмырҙа ҡыҙына ҡотлау
7 ноябрҙә беҙҙең әсәйебеҙ Фәхретдинова Зөлфиә Ишмырҙа ҡыҙы үҙенең күркәм ғүмер байрамын - юбилейын билдәләй.
Ул 1951 йылда Ейәнсура районының Үрнәк ауылында Ишмырҙа менән Фәриҙә Байгилдиндар ғаиләһендә донъяға килгән. Ҡәҙерле кешебеҙ тәүҙә Яңы Себенле мәктәбендә белем ала. 9-сы кластан һуң Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, 1972 йылда 1-се Дәүләтҡол ауылына йүнәлтмә менән эшкә урынлаша.

Йәш белгес мәктәп эшенә ең һыҙғанып тотона. Йәштәр менән уртаҡ тел табып, концерт, спектаклдәрҙә лә ҡатнашырға өлгөрә. Һәләтле педагогты балалар ҙа үҙ итәләр, яраталар.

1973 йылдың көҙөндә ошо ауыл егете Самат Нуретдин улы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, тормош ҡороп ебәрәләр. Мөхәббәт емештәре булып өс балалары - Зөлфирә, Венер, Илнур доньяға киләләр.

Балаларға белем һәм тәрбияә биреүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкәне өсөн Зөлфиә Ишмырҙа ҡыҙы бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы”, “Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре” тигән юғары наградаларға лайыҡ була.

Ҡәҙерлебеҙ! Тынғыһыҙ йәнле, сабыр һәм кешелекле, ярҙамсыл һәм ҡунаҡсыл, бала йәнле һәм эскерһеҙ булыуың, беҙҙең шатлыҡ-борсолоуҙарҙы йөрәгең аша үткәреп, кәңәш-табыш, ярҙам итеп тороуың өсөн мең-мең рәхмәт, әсәй! Һине ысын күңелебеҙҙән тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ. Һәр тыуыр таңың шатлыҡ менән атһын, Хоҙай һаулыҡ – сәләмәтлектән айырмыһын, бәрәкәтлә оҙон ғүмер насып итһен, йән тыныслығы, күңел күтәренкелеге юлдаш булһын һиңә, иңдәреңдәге шәфкәт фәрештәһе бер ҡасан да ташламаһын, атайыбыҙ менән тигеҙлектә, балаларың һәм ейәндәрең бәхетенә һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә яҙһын.
 
Әсәй, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙен арала.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына,
Табып була оло бәхетте.
Ҡояштыҡы кеүек булһын ғүмерең,
Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен!
Автор:Розалия Искужина
Читайте нас