

Тамырҙары менән ул Тәүәкән ауылынан. 1985 йылдың 4 авгусында биш бала тәрбиәләнгән ғаиләлә икенсеһе булып донъяға килә. Ата-әсәһе - тәүҙә урмансы булып, аҙаҡ ишле мал аҫраған шәхси эшҡыуар Заһир Ниғәмәтулла улы (хәҙер мәрхүм инде) һәм ғүмер баҡый почтала эшләп хаҡлы ялға киткән Фәйрүзә Зәбих ҡыҙының тәрбиәһендә Алһыу ҙа бәләкәстән ярҙамсыл, эшһөйәр булып үҫә. Мәктәптән һуң Күмертау ҡалаһында иҡтисад һәм хоҡуҡ техникумында белем ала. Әммә был һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй ҡыҙға.
- Балалар менән эшләүемә ҡыуанам. Үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти кескәйҙәрҙә матурлыҡҡа, изгелеккә ынтылыш үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һалыусы яуаплы эшсән.
Тынғыһыҙ эшенән һуң Алһыу ҡәҙерлеләре өсөн өтәләнеп ризығын төрләндереүсе аш-һыу оҫтаһына әүерелә. Бер түгел, бер нисә һыйырын һауырға, ихата тултырып аҫраған ҡош-ҡортон ҡайғыртырға, яҙҙан көҙгә ҡәҙәр баҡсасы ролен башҡарырға ла, тормош юлдашы менән бергәләп бесән әҙерләргә лә өлгөрә.
Әйткәндәй, 2004 йылдан башлап ғүмер ебен бергә-бергә татыу һүткән икенсе яртыһы Радик Рәмил улы ла Алһыуҙың үҙе кеүек эшкә бөтмөр заттан. Сауҙа нөктәләренең береһендә водитель, йөк ташыусы булып эшләй, ҙур шәхси хужалыҡ тота. Моң-зарҙы белмәҫ булдыҡлы ир аҫылы булараҡ, биш балаһы, һөйөклөһө өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоп, ғаиләһенә хәләл көс менән табыш индерергә әмәлен таба.
Изгелекле, хәстәрлекле атай-әсәйҙең ныҡлы иңен тойған, эшһөйәр һәм татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән балалары ла – Алмаз, Радмил, Ислам, Эмиль бер-береһенә ярҙамсыл булып үҫеп килә, спортҡа әүәҫтәр эшкә лә сос булмаҡсы. Ә иң өлкәндәре Алина студент булып өлгөрөп, хәҙер фән тауҙарын айҡай.
Бер-береһенә ныҡлы терәк булып, яҡты йондоҙҙай биш сабыйы өсөн йән атып һәм ауыл еренең бар йәмен-тәмен тойоп татыу ғүмер кисереүсе Байморатовтар кеүектәр күберәк булғанда, ысынлап та төйәк иткән еребеҙҙән ҡот-ырыҫ китмәҫ әле!