Мораҙым
+10 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
4 Ноября 2021, 04:15

Игенсе лә, мөғәллим дә

 Сәлимйән олатай 1936 йылдың 31 мартында ошо ауылда донъяға килгән. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, аҙаҡ  Яңауыл  7 йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡый. Юғары класҡа Мораҡ башҡорт мәктәбенә бара. Уны бөткәс, 1955 йылдың октябрендә Совет армияһы сафына алына.

Добавить в предпочтительные источники Google
Игенсе лә, мөғәллим дәИгенсе лә, мөғәллим дә
Игенсе лә, мөғәллим дә

- Алыҫ Көнсығышта, Приморье өлкәһендә 2 йыл да 3 ай хеҙмәт иттем. Ул ҡала хәҙерге ваҡытта Партизанск тип атала. 1957 йылдың декабрендә генә хеҙмәтемде тултырып ауылға ҡайттым. Өйҙә бер нисә көн генә булдым да, һөнәр алыу өсөн Мораҡ һөнәрселек училищеһына комбайнерҙар әҙерләү курсына уҡырға индем. Комбайнер-механик тигән диплом алып сыҡтым унан. Шул йылда беҙҙе Ҡаҙағстандың Комсомольский  совхозына  ураҡҡа ебәрҙеләр. Иген ғәләмәт уңған, тап-таҙа. Өсөнсө бригадаһында эшләнек. Барғас та, “Сталинец-6” комбайнын бирҙеләр. Тағылмалы ғына ине ул саҡта. Ремонтлап, ҡарап алдыҡ. Ярҙамсылар бирҙеләр. Ураҡ бөткәс, ҡайтып киттек. Мин эшемде Исем совхозында дауам иттем. Төрлө комбайндарҙа эшләргә тура килде, - тип хеҙмәт юлын бәйән итә Сәлимйән олатай. Ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгәндә лә эшен намыҫлы башҡара. Яуаплылығы, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн етәкселек тарафынан бихисап маҡтау грамоталары, рәхмәт ҡағыҙҙары, премиялар менән бүләкләнә. Шул эшләп йөрөгәндә уны мәғариф бүлегенә саҡырып алалар ҙа Стәрлетамаҡҡа бер йыллыҡ уҡытыусылар әҙерләү курсына ебәрәләр.

- 10-сы һанлы мәктәптә төрлө предметтан уҡытыусылар әҙерләйҙәр, мин математиктар төркөмөндә уҡыным. Бер йыллыҡ белем менән генә теүәл фәндән балаларға белем биреүе еңел булмаҫлығын аңлап,  институтҡа инеү өсөн имтихандар бирҙек. Уңышлы тапшырғас, шул баһалар менән юғары уҡыу йортона индек. Белем алып ҡайтҡас, Иртөбәк  эргәһендәге Шевченко тигән ауылда мөғәллимлек эшен башланым.  Бер йыл эшләгәндән һуң, ул мәктәп ябылды. Мине Ибрайға күсерҙеләр. Унда 1969 йылға ҡәҙәр эшләнем. Атайым үлеп, өйҙә әсәй генә ҡалғас, ҡайтырға  мәжбүр булдым. Шул йылдың көҙөндә үк Яңауыл мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшемде дауам иттем. Күп эшләргә тура килде, тырыштыҡ, коллектив яҡшы булды, - ти Сәлимйән олатай.

 Уҡытыусы үҙ эшенә мөкиббән китеп, етди тотона, балаларға төплө белем биреү өсөн бөтә көсөн һала. “Үҙенә лә, уҡыусыларға ла талапсан да, тәүәккәл дә, бөхтә лә булды. Үҙ көсө менән кабинетты йыһазландырҙы. Уның уҡыусыларының күптәре училище һәм юғары уҡыу йорттарын тамамланы”; “Күрше ауылдан булһа ла, бер ҡасан да дәрескә һуңламаны. Ауыр математика фәне серҙәренә лә беҙҙе еңел генә төшөндөрә торғайны” - тиҙәр уны яҡшы белгән ауылдаштары, уҡыусылары.

Ҡасандыр баҫыу иңләп, комбайнда иген урған ябай игенсе балаларҙы белем тауына әйҙәгән Сәлимйән Шәкир улына 1994 йылда “Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелә.

Сәлимйән олатай 1996 йылда хаҡлы ялға киткәс тә, уҡытыусылар етешмәү сәбәпле, эшен дауам итә, 1998 йылда ғына эшен тапшыра.

 Эштә генә түгел, өйҙә лә өлгөлө була Сәлимйән олатай. Тормош юлдашы Өммөгөлсөм инәй менән биш балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, барыһын да уҡытып, юғары белемле итеп, үҙ аллы тормош юлына баҫтыралар. Ҡыҙҙарының барыһы ла атаһы юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған.

 Өммөгөлсөм инәй иһә хаҡлы ялға сыҡҡансы төрлө эштә - сөгөлдөр  утауҙа, һарыҡ, сусҡа фермаһында, баҡсала  эшләй. Әлеге көндә улар ауылда икәү генә донъя көтә. “Әсәйебеҙ шул хәтлем уңған, үҫкәндә лә бер тик ултырғанын күрмәнек. Тәмле аштары, ҡабарып торған бәлештәре телде йоторлоҡ! Ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә, беҙгә ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп ҡыуандыра.  Буш ваҡытында гәзит-журнал да уҡый, башҡорт тапшырыуҙарын яратып ҡарай.

Атайыбыҙ ҙа, әсәйебеҙ ҙә ауылда абруйлы кешеләр. Уларҙың тормошо беҙгә генә түгел, күптәргә өлгө булырлыҡ. Ауырлыҡтарға бирешмәй, бер-береһен хөрмәтләп, ихтирам итеп, ысын мәғәнәһендә матур ҡартлыҡ көндәрен кисерәләр тип әйтергә була”, - ти балалары бер һүҙҙән.

 Сәлимйән олатай менән Өммөгөлсөм инәй ауылдаштарының “Айыҡ ауыл-2021” республика бәйгеһенә ҡушылыуҙарын  ихлас күңелдән ҡыуанып ҡабул итте.

-  Ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла, матур кешеләре менән дан тота. Былтыр конкурста ярайһы уҡ тәжрибә тупланылды, Аллаға шөкөр, быйыл ыңғай һөҙөмтәһе көттөрмәҫ тип өмөтләнәбеҙ. Айыҡлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып, сәләмәт йәшәү рәүешен тотҡан ауылдың киләсәге лә яҡты булыр. Ауылыбыҙ “Айыҡ ауыл” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ,- тип теләктәрен дә белдерә Ғәйепйәновтар.

 Ысынлап та, фатиха биреп, дөрөҫ йүнәлеш күрһәткән, терәк-таяныс, кәңәшсе булырҙай абруйлы инәй-олатайҙар булғанда йәштәр ҙә иртәгәге көнгә ышаныс менән ҡарай.

Игенсе лә, мөғәллим дә
Игенсе лә, мөғәллим дә
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас