Мораҙым
+19 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
4 Ноября 2021, 04:27

Һалдат ҡайтты!

Һалдат ҡайтты! Ил алдында үҙ бурысын үтәп ҡайтҡан егеттәр һәр ваҡыт һоҡландыра. Һуңғы йылдарҙа әрмегә ҡараш бер ни тиклем кире яҡҡа үҙгәргән һымаҡ тойолһа ла, егеттәрҙең үҙ теләктәре менән һалдат булырға ынтылыуын күреп, бар әле беҙҙә ысын ир тәрбиәһе алған малайҙар тип уйлайһың. Ошо көндәрҙә генә Сәлих ауылы һалдатты ҡаршы алды. Бер йыл хеҙмәтен тултырып, Клара менән Мансур Байғазаковтарҙың улы Илназ ҡайтып төштө. 

Һалдат ҡайтты!Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты!

- Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу шикелле, 1 йыл үтеп тә китте. Шулай көткән кешегә генә бик ҡыйын икән. Мин айҙарҙы һәм көндәрҙе илай-илай һананым. Улым киткәс, 2 ай буйы иланым һәм аҙаҡтан тынысланып ҡуйҙым. Иң мөһиме -иҫән һау булһын, тинем. Бик яҡшы ергә эләкте.
Улымды иң яратҡан инәһе һәм олатаһы, Надир мырҙаһы Өфөнән ҡаршы алдылар.  Ауылдағы йәштәргәлә рәхмәт. Минең улымды бик матур итеп ҡаршыланылар.
Бөтәбеҙҙә иҫән һау булайыҡ .Балаларыбыҙ ҡайҙа йөрөһөләр ҙә һау,матур йөрөһөндәр. Кемдәрҙең улдары армияла, кемдәрҙеке ҡайтырға йөрөй иҫән һау булһындар тип, теләйем, - ти Клара шатлығы менән уртаҡлашып. 

Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас