Мораҙым
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
28 Октября 2021, 04:33

Өлөшө баһалап бөткөһөҙ

 Илдә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы дауам итә. Ул 16 октябрҙән 14 ноябргә тиклем дауам итә.   Беҙҙең район ауыл хужалығы һәм халыҡ иҫәбен алыу кампанияларында һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды. Бында, әлбиттә, район буйынса мөһим бурысты башҡарыусы халыҡ иҫәбен алыусыларҙың өлөшө  баһалап бөткөһөҙ.  Был яҙмала беҙ йәниҫәп кампанияһына ҙур өлөш индереүселәрҙең береһе – контролер Ҡорбанаева Зөлфирә Самат ҡыҙы тураһында һөйләмәксебеҙ. Уның ҡул аҫтында 5 иҫәп алыусы эшләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өлөшө баһалап бөткөһөҙӨлөшө баһалап бөткөһөҙ
Өлөшө баһалап бөткөһөҙ

 Зөлфирә Самат ҡыҙы 29 сентябрҙә контролер сифатында үҙ эшмәкәрлеген башлап ебәрҙе, 1 октябрҙән иҫәп алыу алды тикшереүен үткәрә башланы: йорт һәм ихаталарҙың иҫәбен теүәлләне, иҫәп алыу участкаларының сиктәрен, хәүефле урындарҙы асыҡлап, ундай урындарға иҫәп алыусылар тарафынан барыу тәртибен билдәләне.

 Зөлфирә Самат ҡыҙы Күгәрсен ауылында йәшәй һәм бына оҙаҡ йылдар ауыл китапханаһында эшләй. Төп эше менән бер рәттән ауылдың йәмәғәт тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрә, ил, республика өсөн мөһим кампанияға ла үҙ өлөшөн индерә. Зөлфирә Самат ҡыҙын беҙ ҙә үҙ эшен биш бармағы кеүек белгән намыҫлы эшсән, теүәл иҫәп-хисап талап иткән эштә күптәргә өлгө булып торған хеҙмәттәш итеп беләбеҙ.

Зөлфирә Ҡорбанаева тормош иптәше өсөн яратҡан ҡатын һәм дүрт балаға – өс улға һәм бер ҡыҙға хәстәрлекле әсәй. Ҡорбанаевтар ҙур хужалыҡ тота, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә.

Ләйсән ӘМИНЕВА, Мораҡ ауылындағы дәүләт статистика подразделениеһы баш белгес-эксперты.

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас