Мораҙым
+1 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
28 Октября 2021, 04:30

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды

2002 йылдың 25 ғинуарындағы “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу” 8-се Федераль законға ярашлы, Рәсәй Хөкүмәтенең 2021 йылдың 16 авгусындағы 1347-се ҡарары менән илдә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡыты билдәләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башландыБөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды

 15 октябрҙән илебеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Уның төп этабы 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

 Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – ил халҡының теле һәм милләте хаҡында теүәл мәғлүмәттәр биреүсе берҙән-бер сығанаҡ. Бындай мәғлүмәттәрҙе ун йылға бер тапҡыр ғына алырға була. Был мәсьәләләге төп принциптарҙың береһе – үҙбилдәләнеш. Иҫәп алыусы барлыҡ мәғлүмәтте кешенең үҙе әйтеүе буйынса яҙып ала, уларҙы раҫлаған документтар талап ителмәй.

 Халыҡ иҫәбен алыу яңы форматта – ил тарихында беренсе тапҡыр һанлы һәм һуңғы тапҡыр ҡағыҙ төрҙә уҙа. Интернет булмаған тораҡ пункттарҙа  иҫәп алыусылар ҡағыҙ бланкылар ҡуллана, бүтән осраҡтарҙа күбеһенсә  махсус программа ҡкуйылған планшеттар менән эш итә.

 Беҙҙең районда 8 иҫәп алыу участкаһы бар, уларға 51 иҫәпләү участкаһы инә. Персонал 8 контролерҙан һәм 51 иҫәп алыусынан тора.

Граждандар Күп функциялы үҙәктәрҙә лә иҫәп алыу үтә ала - 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем граждандарға консультатив ярҙам күрһәтеү өсөн инструкторҙар һәм ирекмәндәр эшләйәсәк.

 Иҫәп алыуҙың төп яңылығы – граждандар “Дәүләт хеҙмәттәре” ҡушымтаһы аша барлыҡ һорауҙарға яуап бирә ала. Бының өсөн Gosuslugi.ru берҙәм порталында “Халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙырға” тигән бүлекте һайлап, ундағы һорауҙарға яуап бирергә һәм “Тамамларға” төймәһенә баҫырға кәрәк. Шулай уҡ иҫәп алыу участкаларында был эште атҡарып ҡуйырға мөмкин.

Районыбыҙҙың 114 ауылында иҫәп алыусылар үҙ эштәрен башланылар. Улар халыҡ иҫәбен алыу символикаһы ҡуйылған зәңгәр жилет кейә, шарф таға. Таныҡлыҡтары булыу мотлаҡ, уның ысынлығын раҫлау өсөн паспортты күрһәтергә тейештәр. Икеләнгән осраҡта 102 йәки 112 телефоны аша участковыйға шылтыратырға кәрәк.

 Был иҫәп алыуҙың үҙенсәлектәренең береһе – махсус программа ҡуйылған планшет. Республикала был мөһим кампанияға 7 мең иҫәп алыусы йәлеп ителгән.

 Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы тороу һәм халыҡ менән хәүефһеҙ эш итеү буйынса барлыҡ һаҡлыҡ сараларын күҙәтеү өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. 

  Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан иҫәп алыусыларҙы ҡаршы алығыҙ! Башҡортостан буйынса бушлай “ҡыҙыу линия” телефоны: 8-800-347-11-02  (иртәнге  9-ҙан киске 9-ға тиклем).

Элеонора БАЙҒАЗАКОВА, иҫәп алыу һорауҙары буйынса вәкил.   

 

Автор:
Читайте нас