Мораҙым
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
28 Октября 2021, 04:04

Ҡатынына үлтереү менән янай

Был ҡылығы өсөн Йомағужала йәшәүсе гражданға ниндәй яза бирелде?

Ҡатынына үлтереү менән янайҠатынына үлтереү менән янай
Ҡатынына үлтереү менән янай

2021 йылдың апрелендә Йомағужала йәшәүсе үҙенең элекке ҡатынына килә һәм таш алып, уға үлтереү менән янай. Бындай ҡылыҡтың нигеҙендә бер-береһенә булған аңлашылмаусанлыҡ, шәхси үҙ-ара мөнәсәбәт ята.  

Мировой судья йомағужа гражданына ҡарата енәйәт эшен ҡарай, дәүләт ғәйепләүсеһе фекерен иҫәпкә алып, ғәйепләнеүсегә 200 сәғәт мотлаҡ эштәр язаһы бирелә.

Статистика күрһәтеүенсә, ғаилә-көнкүреш өлкәһендәге күп енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар үлтереү менән янау һәм һаулыҡҡа физик зыян килтереү менән бәйле.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн полицияға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Илдар АГАДУЛЛИН, район прокуроры ярҙамсыһы.

Фото: gubdaily.rularastock.com

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас