Мораҙым
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2021, 15:08

“Кисә әйткән һүҙебеҙ өсөн бөгөн оят булмаһын”

  Быйыл арҙаҡлы ил эшмәкәре, күренекле йәмәғәтсе, башҡорт журналистикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 125 йыл тулды. Был мөһим ваҡиға, әйтергә кәрәк, район гәзитенең 90 йыллығы менән дә тап килде. Нәҡ 1931 йылдың 19 октябрендә гәзиттең башҡорт телендә беренсе һаны донъя күрә.  Бына ошо мәртәбәле ваҡиғалар ағымына йыл да бирелеп килгән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт һәм район журналистар премияларын тапшырыу тантаналары ла ҡушылды. Район премияһына 9 дәғүәсе араһынан 3 –әү лайыҡ тип табылды. Бына улар:  - Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА, яҙыусы-журналист, БР һәм РФ Журналистар, БР һәм РФ Яҙыусылар союздары ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин менән уның ҡатыны Маһруйҙың ялҡынлы, тәрән мөхәббәте, уларҙың тормошо, эшмәкәрлеге тураһында “Һүнмәҫ йондоҙҙар”, Шәһит Әхмәт улының ҡыҙы Тамара Хоҙайбирҙинаға арналған “Сәхнәләрҙән остоң күктәргә” китаптары өсөн;  - Рөстәм СӘЙЕТБАТТАЛОВ, Күгәрсен районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы, Башҡорт тарихы йылына арналған тарихи-документаль мәҡәләләр циклы өсөн;  - Гөлшат СӘЙЕТБАТАЛОВА (ВӘЛИЕВА), “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы, журналистика өлкәһендә әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләгәне, йәш быуынды  патриотик тәрбиәләүгә индергән өлөшө, район халҡы тураһындағы йөкмәткеле мәҡәләләр циклы өсөн.

“Кисә әйткән һүҙебеҙ өсөн  бөгөн оят булмаһын”
“Кисә әйткән һүҙебеҙ өсөн бөгөн оят булмаһын”

Лауреаттарҙы тәрбикләү, һәр йылдағыса, Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылында үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сара быйыл да, былтырғы һымаҡ  киҙеү сәбәпле, сикләнгән шарттарҙа ойошторолдо. Һауа торошоноң боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, тантана күтәренке рухта үтте.

 Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев лауреаттарҙы ҡотлап, түш билдәһе тапшырҙы.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: