Мораҙым
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Октября 2021, 11:43

Талаптар үтәләме?

Бөгөн Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы Күмертау ҡалаһы, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондары буйынса териториаль бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Кәримов район етәксеһе Ғайса Янбаев, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе контролләү буйынса ведомство-ара комиссия менән берлектә сауҙа үҙәктәрендә, туҡланыу урындарында, матурлыҡ салондарында был талаптарҙың үтәләме – юҡмы икәнен тикшереү маҡсатында йәнә рейдҡа сыҡты.   Рейд барышында сауҙа үҙәктәренә өс документтың береһе буйынса ғына үткәреү, хеҙмәткәрҙәрҙең вакцинация үтеүе, антисептиктарҙың булыуы, термометрия үткәреү һ.б. иғтибар ителде. Етешһеҙлектәре булғандарға ҡарата күрһәтмә сығарылды.

Талаптар үтәләме?Талаптар үтәләме?
Талаптар үтәләме?

 Күп ойошмаларға – ҙур сауҙа үҙәктәренә, китапханаларға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, матурлыҡ, массаж салондарына, йәмәғәт туҡланыу урындарына (50 һәм унан артыҡ урынлы) барғанда прививка тураһында сертификат, сирҙе үткәреү йә ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә менән генә инергә мөмкин булыуы тураһында яҙғайныҡ инде.

 Бөгөн Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы Күмертау ҡалаһы, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондары буйынса териториаль бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Кәримов район етәксеһе Ғайса Янбаев, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе контролләү буйынса ведомство-ара комиссия менән берлектә сауҙа үҙәктәрендә, туҡланыу урындарында, матурлыҡ салондарында был талаптарҙың үтәләме – юҡмы икәнен тикшереү маҡсатында йәнә рейдҡа сыҡты.

 Райондың халыҡ күп йөрөгән “Пятерочка” , “Монетка”, “Магнит”, “Fix price”, “Все для дома” магазиндары, “Уют” кафеһы, “Каре” бөҙрәханаһы тикшерелде.     

 Рейд барышында сауҙа үҙәктәренә өс документтың береһе буйынса ғына үткәреү, хеҙмәткәрҙәрҙең вакцинация үтеүе, антисептиктарҙың булыуы, термометрия үткәреү һ.б. иғтибар ителде. Етешһеҙлектәре булғандарға ҡарата күрһәтмә сығарылды.

- Беҙҙең маҡсат кемгәлер штраф һалыу түгел. Сауҙа эшен алып барыусылар ҙа халыҡҡа был сикләүҙәрҙең коронавирустан һаҡланыу, был мәкерле ауырыуҙың ныҡлап таралыуын туҡтатыу өсөн индерелгәнен аңлатһын ине. Күрәһегеҙ, коронавирус менән ауырыусылар арта, вируслы пневмониянан кеше күпләп үлә, - тине рейдты ойоштороусылар.

Эйе, сикләүҙәр менән бәлки бөтәһе лә килешмәйҙер. Әммә уларҙың ковидты туҡтатыу, был үлемесле ауырыу менән мөмкин тиклем әҙерәк кеше зарарланһын өсөн индерелеүен аңлаһаҡ ине. Ә ул, үкенескә күрә, туҡтарға уйламай – ҡорбандар ала-ала тик көсәйә генә бара...

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас