

15 октябрҙән илебеҙҙә, шул иҫәптән беҙҙең районда, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды.
“Халыҡ иҫәбен алыу яңы форматта – ил тарихында беренсе тапҡыр һанлы һәм һуңғы тапҡыр ҡағыҙ төрҙә уҙа. Беҙҙең районда 8 иҫәп алыу участкаһы бар, уларға 51 иҫәпләү участкаһы инә. Персонал 8 контролерҙан һәм 51 иҫәп алыусынан тора”, - ти иҫәп алыу һорауҙары буйынса райондағы вәкил Элеонора Байғазакова.
Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына йәлеп ителгәндәр араһында элек тә бындай сараларҙа ҡатнашҡан кешеләр бар. Мәҫәлән, Йомағужа моделле китапханаһы мөдире Зәйтүнә Әбдрәшитова. Ул 1989 йылдан иҫәп алыу буйынса архив материалдары йыя, 1989 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында тәүге тапҡыр иҫәп алыусы булған, 2002 һәм 2010 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу, 2006 һәм 2010 йылдарҙағы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу сараларында ла әүҙем ҡатнашҡан, әле иһә 2-се иҫәп алыу участкаһында контролер вазифаһын башҡара.