

“У Руслана”, “Каре”, “Лотос” бөҙрәханаларында халыҡты хеҙмәтләндереүсе персоналдың да, сәс ҡырҡтырырға килеүсе кешеләрҙең дә вакцина тураһында сертификаты барлығы асыҡланды. Ә бына “Персона”салонында сертификатҡа бәйле мәғлүмәтте яңы ишеттеләр булһа кәрәк. Бер нисә бөҙрәхана әллә бикләнеп ҡалыуҙы хуп күрҙе, әллә ысынлап та дүшәмбелә ял итә ине. Район үҙәк китапханаһында был юҫыҡта эш күптән яйға һалынған – бында ингән һәр кемдең температураһы үлсәнә, өлкәндәрҙең сертификаты тикшерелә, бының өсөн айырым мөйөш булдырылған. Тик көнкүреш тауарҙары магазиндары, эре сауҙа үҙәктәре һатыусылары, хужаларының (комиссияның нисәнсегә тикшереүенә ҡарамаҫтан!) ҡайһы берәүҙәре әле булһа етешһеҙлектәрҙән ҡотолмаған, вакцина эшләтергә лә ашыҡмаған.