Мораҙым
0 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
17 Октября 2021, 04:35

Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ. Зәки Кәримов

 Флорида Кәримова, Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе директоры: - Атайым Кәримов Зәки Нурғәле улы 1939 йылда Әбет ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура  килә. Уның һөйләгәндәрен хәҙер иҫәләһәм, күңелем тула. Бик ныҡ уҡығыһы килә, белемгә ынтыла, теүәл фәндәрҙән көслө була. Математика, физика, химияға булған һөйөү миңә унан бирелгәндер тип уйлайым. Гел “бишле”гә өлгәшә инем ошо фәндәрҙән.  Атайым беренсе класҡа Нөгөш мәктәбенә бара. Ҡышҡыһын да резина итектәр менән йөрөргә тура килгән, башҡа аяҡ кейеме юҡ. Аяҡҡа ҡуша туңа торғайны, ҡанатҡансы һыҙырып алыр инем тип һөйләгәндәре иҫтә. Асығыуҙан ҡайтып иҫһеҙ йығылған саҡтары ла булған.  Дүрт класс ҡына белем ала атайым, аҙаҡ уҡыуын ташлап, эшкә төшә.  Атайымды гел йәлләйем, көслө математик сығыр ине унан. Йә  берәй ғалим булып китер ине уҡыу эләкһә... Уның дәфтәрҙәре беҙҙең өйҙә әле лә һаҡлана. Уның почергын күрһәгеҙ! Шул хәтлем матур, бөхтә, таҙа! Бала саҡтан мине тәртипкә өйрәтте.  Мотлаҡ юғары белем алырға тип наказ бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ. Зәки КәримовАтай тураһында ҡәҙерле һүҙ. Зәки Кәримов
Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ. Зәки Кәримов

Ҡурайҙа уйнаны атайым, бейергә лә яратты.  Армия хеҙмәтен Кировоградта үтә, гуцуль бейеүҙәрен оҫта башҡарҙы.

 Һеңлем менән мине музыка мәктәбенә лә ул бирҙе. Ҡайҙандыр фортепиано ла тапты, шуға өйҙә лә иркенләп шөғөлләндек.

 Сәнғәт мәктәбендә директор булып эшләй башлағас, уның үҙ ҡулдары менән яҙған ғаризаһын да таптым архивтан.

 Атайым арҡаһында мин дүрт  йәшемдә уҡырға өйрәндем, балалар китабын уҡып бөтөп, биш йәшемдә Шиллер драмаларына уҡ тотонғайным!

 Атайым булмышы менән  изге, киң күңелле ине. Дуҫтарынан, туғандарынан һуңғы әйберен дә йәлләмәне.

 Атайым менән әсәйем Нөгөш һыу һаҡлағысы төҙөлөшөндә таныша. Шуға күрә ошо һыу һаҡлағысты уларҙың мөхәббәтенә һәйкәл итеп ҡабул итәбеҙ.

Шиғырҙар яҙҙы атайым, нескә күңелле ине. Был һәләте лә беҙгә тапшырылған.

 Йәш сағында романтик булған. Әсәйемде ҡышҡы сатлама һыуыҡта дуҫ егете менән ат санаһына ултыртып урлап алып ҡайтҡан.

 Атайым 1-се класлы водитель ине. Дуҫтары күп булды. Ябай кешеләр араһында ла, начальниктар араһында ла дуҫтары күп булды.

 Атайымды оҙатҡанда ла халыҡ күп булды – уны барыһы ла яратты, ихтирам итте.

 Ҡәберенә йыш барабыҙ, уның ҡулъяҙмаларын, фотоларын ҡәҙерләп һаҡлайым. Тыйнаҡ ҡына йылмайыуы, нурлы йәшел күҙҙәре һаман күҙ алдымда.

Мин атайыма оҡшағанмын. Бында, Мораҡта, икенсе Фатима тиһәләр ҙә, атайымдың тыуған яғында Зәки ҡыҙы тиҙәр мине.

Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ. Зәки Кәримов
Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ. Зәки Кәримов
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас