Мораҙым
+18 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
17 Октября 2021, 04:20

Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ

Сибәғәт Рахманғолов, Көнъяҡ ижади берекмәһе рәйесе, башҡорт журналисы, йәмәғәтсе:  - Мин атайһыҙ үҫтем. Атайлы иптәштәремә көнләшеп тә, һоҡланып та ҡарай торғайным. Атайлы бала –арҡалы, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Ҡайҙалыр яҡлаусы кәрәк булһа ла, атайҙарына таяналар; ярҙам кәрәк булһа ла, атайҙарына баралар. Ә миңә быларҙың барыһын да әсәйем бирҙе. Мин уға мәңге рәхмәтлемен.

Добавить в предпочтительные источники Google
Атай тураһында ҡәҙерле һүҙАтай тураһында ҡәҙерле һүҙ
Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ

Үҙем атай булғас, ике ҡыҙыма ошо үҙемә  етмәгән атай һөйөүен бирергә тырыштым. Һәм, моғайын, маҡсатыма ирешкәнмендер тип уйлайым. Сөнки әле булһа, ике ҡыҙымдың  “Беҙҙе атайыбыҙ шулай тип өйрәтте”, “Беҙҙең атай былай тип әйтте”, “Атайыбыҙ ошолай эшләй торғайны” тигәндәрен ишетәм.  Үҙҙәренең балаларын да “олатайығыҙ ошолай әйтә ”, “олатайығыҙ беҙҙе ошолай тәрбиәләне” тип тәрбиәләйҙәр. Шуға үҙемдең маҡсаттарыма ирешкәнмендер тип ҡыуанам. Киләсәктә ошо минең ҡыҙҙарым тәрбиәләгән ейәндәрем, әсәләре әйткән һүҙҙәрҙе иҫтәрендә тотоп, ғөмүмән, ир ошолайыраҡ булырға тейеш икән тип үҫерҙәр, моғайын, ысын ил һаҡсылары, ил терәге булырҙар ирҙәр булып үҫерҙәр тип ышанам.

Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ
Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас