Мораҙым
+15 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2021, 04:30

Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ

Рәсәйҙә Атайҙар көнө булдырылды, һәр йыл октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнәсәк көн быйыл 17-һенә тура килә. Йәмғиәттә ир-егеттәр абруйын күтәреү, уның ролен нығытыу маҡсаты менән булдырылған үҙенсәлекле байрам уңайынан атайҙар тураһында һөйләшәйек, улар тураһында иң ҡәҙерле һүҙебеҙҙе әйтәйек!

Атай тураһында ҡәҙерле һүҙАтай тураһында ҡәҙерле һүҙ
Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ

Зилә ПСӘНЧИНА, Мораҡ башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

 - Атайым Мәхмүт Йомағужа улы Әбйәлил районы Ишҡол ауылында тыуып үҫкән. Һуғыш балаһы. Атаһын бөтөнләй хәтерләмәй. Уны һәм ҡустыһын әсәһе һәм ҡартәсәһе үҫтергән. Уҡыуға бик зирәк булһа ла, етемлек арҡаһында 7 класс белем менән ҡалған. Колхозда хисапсы булып эшләне. Атайҙың нисек булыуын күрмәһә лә, беҙгә ысын атай була белде. Күп һөйләмәҫ, ҡырыҫыраҡ йөҙлө, үткер ҡарашлы атайыбыҙҙан ҡурҡа инекме, ихтирам-хөрмәт ҙур булдымы - эргәһенә барып, тубығына менеп,муйынынан ҡосаҡлап иркәләнеп ултырғанды хәтерләмәйем.

 Башҡорт атайҙары, бигерәк тә, һуғыштан һуңғы быуын, ҡырыҫ, артыҡ етди булды. Иңдәренә иртә ятҡан ауырлыҡтар уларҙы шулай тәрбиәләгәндер. Өйҙә һирәк күрә инек. Ата-әсәләр йыйылышына йөрөмәне, "5"-ләр өсөн маҡтаманы, башҡарған сифатлы эшеңде күрһә, һаран ғына йылмайып,  "шәп булған" тип ҡуя ине

Бүләк тотоп ҡайтҡаны ла иҫтә ҡалмаған, аҡса тапҡандыр инде, ә үҙе магазинға йөрөмәне, кейемде лә әсәй ала ине...

Ләкин атай һөйөүенән мәхрүм үҫтек, тип бер ҙә әйтә алмайым. Уның беҙҙе яратыуын, хәстәрлеген ,балалары менән ғорурланыуын йөрәк менән тоя инек. Ҡараштарынан, башҡарған ғәмәлдәренән күрә инек. Атай -әсәйҙең баҡый донъяларға күсеүенә байтаҡ йылдар үтте. Үҙебеҙ өлкәнәйә килә,уларҙың ни тиклем дә аҡыллы,сабыр, хатта бөйөк булыуҙарын аңлайбыҙ.Бер үкенес ҡалды:атайым 4 йыл Алыҫ Көнсығышта - Владивосток ҡалаһында хеҙмәт иткән.Шунан башҡа оҙаҡлап тыуған ауылынан оҙаҡҡа сығып та йөрөгәне булманы. Олоғая башлағас, эй, һөйләне шул ҡаланы. Йәшлеген, хеҙмәттәштәрен,  Япон диңгеҙен һағына, һөйләп туймай ине.

Йәшлек менән аңламаныҡмы, бушаманыҡмы... Хәҙер булһа, бер нәмәгә ҡарамай, атайымды Владивостокка алып барыр инем... Барыр инеме икән..?  Икеле...  Атайҙар көнө бик кәрәк!

Әсәйҙәр беҙҙең өсөн ҡояш булһа, атайҙар ҙа изге, ҡәҙерле...

Ир-егеттәр, атай була белегеҙ!

Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ
Атай тураһында ҡәҙерле һүҙ
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас