Мораҙым
+12 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
16 Октября 2021, 06:28

Сауҙа нөктәләре тикшерелде

Башҡортостанда, шул иҫәптән районда коронавирус менән ауырыусылар көндән–көн арта бара. Шул сәбәпле республикала яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде, уға ярашлы сауҙа үҙәктәренә, шәхси музейҙаға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына прививка тураһында сертификат, сирҙе үткәреү йә ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә менән генә инергә була. Шул уҡ көндө санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе контролләү буйынса ведомство-ара комиссия менән беҙҙең райондың сауҙа нөктәләрендә был талаптарҙың үтәләме – юҡмы икәнен тикшереү маҡсатында рейдҡа сыҡты. Уның эшендә район етәксеһе Ғайса Янбаев та ҡатнашты.

Сауҙа нөктәләре тикшерелдеСауҙа нөктәләре тикшерелде
Сауҙа нөктәләре тикшерелде

 Комиссия ағзалары Мораҡ ауылының үҙәгендә, Совхоз биҫтәһендә урынлашҡан эре сауҙа йорттарын ҡарап сыҡты. Әйтергә кәрәк, был сәфәрҙең төп маҡсаты: сауҙа нөктәләре хужаларына һәм һатыусыларға яңы ҡағиҙәләрҙе аңлатыу. Яңы ҡағиҙәләр эпидемиологик  хәлде тотороҡландырырға булышлыҡ итер, тип көтөлә.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас