Мораҙым
+15 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
16 Октября 2021, 04:59

Үҙебеҙҙең хәүефһеҙлек өсөн

12 октябрҙән 27 - һенә тиклем республикала Хөкүмәт тарафынан яңы сикләүҙәр индерелеүе лә – заман талабы. Республика Башлығы Указына ярашлы, хәҙер музей, китапхана, клуб һәм башҡа мәҙәни, спорт сараларына, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына, айырыуса сауҙа нөктәләренә барғанда, ҡала-ара автобустарға билет алғанда тейешле документтарыңдың береһен  күрһәтеү мотлаҡ: вакцина тураһында сертификат, ярты йыл эсендә ковид менән ауырығанды раҫлаған һәм ПЦР – тестың кире һөҙөмтәһе хаҡында белешмә.

Үҙебеҙҙең хәүефһеҙлек өсөнҮҙебеҙҙең хәүефһеҙлек өсөн
Үҙебеҙҙең хәүефһеҙлек өсөн

Йәйгеһен тажлы зәхмәт кәмеү сәбәпле, күптәребеҙ бер аҙ тыныслана төштөк, тәүге мәлдә ҡәтғи рәүештә үтәлгән ябай санитар талаптар хаҡында ла оноттоҡ хатта. Әммә көҙгә аяҡ баҫыу менән республикала  хәлдәр йәнә киҫкенләште – коронавирусты йоҡтороусылар һәм унан үлеүселәр һаны бермә-бер артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был афәт район халҡын да урап үтмәй.

 12 октябрҙән 27 - һенә тиклем республикала Хөкүмәт тарафынан яңы сикләүҙәр индерелеүе лә – заман талабы. Республика Башлығы Указына ярашлы, хәҙер музей, китапхана, клуб һәм башҡа мәҙәни, спорт сараларына, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына, айырыуса сауҙа нөктәләренә барғанда, ҡала-ара автобустарға билет алғанда тейешле документтарыңдың береһен  күрһәтеү мотлаҡ: вакцина тураһында сертификат, ярты йыл эсендә ковид менән ауырығанды раҫлаған һәм ПЦР – тестың кире һөҙөмтәһе хаҡында белешмә.

 Яңыраҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе контролләү буйынса ведомство-ара комиссия был юҫыҡта эшен тергеҙеп, район үҙәгендәге бер нисә сауҙа объектын тикшерҙе. Комиссия рәйесе Михаил Чижков, район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Илфат Байморатов сауҙа нөктәләре етәкселәренә халыҡты хеҙмәтләндереүсе персоналдың һәм ҡулланыусыларҙың Указға ярашлы ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейешлеген иҫтәренә төшөрҙө, бының һәм халыҡ менән аңлатыу эше алып барыуҙың үҙебеҙҙең һаулыҡты ҡайғыртыуға нигеҙләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 Дөрөҫ, комиссия тикшергән объекттарҙа һатыусылар бөтәһе лә битлектә ҡаршыланы, ингән ерҙә ҡулдарҙы эшкәртер өсөн антисептик шыйыҡсалар, бер тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр ҙә ҡуйылған. Тик бына халыҡты хеҙмәтләндереүсе персонал араһында вакцина эшләтмәгәндәрҙең байтаҡлығы асыҡланды. Бары тик “Пятерочка” сауҙа селтәренең урындағы директоры Артем Геннадьевич һәм “Монетка” һатыусылары ғына бар эшсәндәрҙең вакцина тураһындағы сертификаттары барлығын белдерҙе. Халыҡ телендә “вьетнам магазины” тип аталған сауҙа нөктәһендә бинаны елләтеү мөмкинлеге юҡлығы асыҡланды.

 Дөрөҫ, үҙең менән һәр саҡ кәрәкле ҡағыҙҙар йөрөтөү мәшәҡәтле кеүек, әммә комиссия рәйесе әйткәнсә, “ғәҙәткә индереп, шуға күнегеү мөмкин”. Ә халыҡ күпләп йыйылған ерҙәрҙә, айырыуса сауҙа нөктәләрендә, санитар-эпидемиологик шарттарҙың үтәлеүе – һәр беребеҙҙең хәүефһеҙлеге, сәләмәтлеге  өсөн. Шуны онотмаһаҡ ине!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.    

Автор:
Читайте нас