Мораҙым
+31 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
14 Октября 2021, 05:20

Урамыбыҙ йәме - йән күршеләр

  һәр төбәктең, урамдың ҡотон тормошто нисек бар шулай яратҡан, күршеләренә яҡты йөҙөн һәм йылы һүҙен йәлләмәгән киң күңелле, эшкә, донъя көтөргә сәмле уңғандар һаҡлай. Бәхеткә күрә, беҙҙең урамда ла бар ундайҙар.  Шуларҙың береһе - Мораҡ ауылында йәшәүсе һәм татыу ғүмер кисереүсе Рәйҙә Мөлөкова менән Финат Зиннәт улы. Улар тирә-яҡҡа эшһөйәрлек, сабырлыҡ өлгөһө булып тора. Икеһе лә алтын ҡуллы, алсаҡ йөҙлө, күршеләренә ихтирамлы, ярҙамсыл... Өҫтәүенә баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтары ла улар!

Урамыбыҙ йәме - йән күршеләрУрамыбыҙ йәме - йән күршеләр
Урамыбыҙ йәме - йән күршеләр

 Тамырҙары менән Буҫтыбай ауылынан булған һәм ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән Рәйҙә Нурулла ҡыҙы бәләкәстән эшкә бөтмөр булып үҫә. Әсәһе Мәрйәм Рәхмәтулла ҡыҙы донъя ҡуйғанда уға 17 йәш кенә була. Өс йылдан атаһы Нурулла Шәмиғулла улы ла баҡыйлыҡҡа күсә ( Рәйҙә апай данлыҡлы Шәмиғол хәлфәнең ейәнсәре!). Йәшләй генә үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан ҡыҙ өс йылдан мөхәббәтен - Ыуары ауылы егете Зәки Шәрәфетдин улын осратып, йәштәрҙең сәстәре сәскә бәйләнә. Матур ғаилә Мораҡ ауылының Коммунистик урамында төпләнә. Зәки урындағы эске эштәр бүлегендә, Рәйҙә район үҙәгендә сауҙа нөктәһендә эшләй. Йорттарына йәм бөркөп ике сабый тыуа. Әммә наҙлы гөлдәй ҡыҙҙарын бергә-бергә тәрбиәләп үҫтерергә насип булмай йәштәргә. Ғаилә башлығы бик иртә яҡты донъяны ҡуя.

 Тырыш, бөтмөр заттан булған Рәйҙә Нурулла ҡыҙы был һынауҙы ла лайыҡлы кисерә. Эшендә лә һынатмай (нефть ҡыуҙырыу станцияһында ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға китә), ҡыҙҙарын да үҙ өлгөһөндә кешелекле, тормошҡа һәм эшкә сәмле итеп тәрбиәләй.

 Сабыр, ныҡ әсәгә яҙмыш үҙе бүләк әҙерләй – 2002 йылда булдыҡлы ир аҫылы Финат Зиннәт улы менән ҡауыштыра. Нефть ҡыуҙырыу станцияһының намыҫлы хеҙмәткәре генә түгел, хәләл ефете һәм уның ҡыҙҙары-кейәүҙәре өсөн ныҡлы терәк тә, тормош юлдашына донъяларын гөл итеп тоторға ярҙам иткән талымһыҙ йән дә ул Финат ағай.

 Гөл итеп тигәндән... Уңған күршеләремдең ихата, баҡсалары һалҡын көҙҙәргә тиклем шау сәскәлә ултыра. Нәҡ үҙҙәрен һөйөп баҡҡан алсаҡ хужалары кеүек үк тирә-яҡҡа йылы наҙ өләшә, йәм бөркә улар!    

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас