Мораҙым
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
14 Октября 2021, 10:07

Төпсәндә иман йорто асылды

Үткән аҙнала ғына Аралбайҙа мәсет асылғайны, ә бөгөн үҙенең уңғандары, изгелекле инәйҙәре һәм аҡһаҡалдары менән дан тотҡан Төпсән ауылында өр-яңы иман йорто үҙ ишектәрен асты.  Төпсәндәрҙең оло шатлығын уртаҡлашырға килгән Күгәрсен районы мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт, район етәксеһе Ғайса Янбаев, Төпсән ауылы имам-хатибы Мирас Мәсәғәт улы, урында төҙөлөш эштәрен ойоштороусы Рауил Хөсәйенов ауыл халҡын тантана уңайынан ихлас тәбрикләп, Аллаһ йорто һуҡмағына кеше эҙе өҙөлмәҫенә ышанысын белдерҙе.

Төпсәндә иман йорто асылдыТөпсәндә иман йорто асылды
Төпсәндә иман йорто асылды

Ғайса Ғилметдин улы мосолман ҡәрҙәштәргә ғибәҙәт ҡылыр изге урын булдырғандары, йәғни мәсет төҙөүгә тос өлөш индергәндәре өсөн шәхси эшҡыуар Илдар Сатыевты, төҙөү эштәрен ойоштороп йөрөгәне өсөн Рауил Хөсәйеновты, шулай уҡ Хәлит Ишдәүләтовты, Хәсән, Зариф, Фирғәт Айытҡоловтарҙы; Рәсүл Хәсәнов менән Илшат Иҙрисовты район хакимиәте башлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте.

 Эйе, берҙәмлеге менән айырылып тороусы төпсәндәрҙең һәр береһе мәсет төҙөү эшенә үҙ өлөшөн индерергә тырышты, өмәләргә лә дәррәү сыҡты. Иман йорто асылыу тантанаһына ла күмәкләп килде.

 Серле Әүлиә тауына һыйынған Төпсән ауылынан моңло аҙан өҙөлмәҫенә, изге эш башҡарған халҡының иман нурына күмелеп, киләсәктә тағы ла инсафлыраҡ, тормошҡа сәмлерәк булырына шигебеҙ юҡ.  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас