Мораҙым
+31 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
13 Октября 2021, 09:32

Тыуған ерем матур булһын тиеп

Тыуған ерем матур булһын тиеп “Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит” тип аталған ағас ултыртыу акцияһы Күгәрсен районында ла һәр ваҡыт юғары әҙерлек менән үтә. Үткән аҙнала, республика көнө алдынан, Мораҡ ауыл биләмәһендә Күгәрсен ветеринария станцияһы, “Теплосеть” муниципаль унитар предприятиеһы, мәғариф бүлеге, Берҙәм дежур – диспетчер хеҙмәте, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы, Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Мораҡҡа ингән ерҙә ҡарағай, ҡайын, миләш ағасы үултыртты. Бынан тыш, Көсөклө йылғаһы буйында ла 6000 мең төптәй ағас ултыртылған. Көҙгө сыуаҡ көндәрҙе файҙаланып, ауылдарҙа ла өмәләр гөрләй. Мәҫәлән, Үрге Мөрсәләй ауылы буш торған өйҙәрҙе кәртәләү өмәһен үткәргән.

“Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит” тип аталған ағас ултыртыу акцияһы Күгәрсен районында ла һәр ваҡыт юғары әҙерлек менән үтә. Үткән аҙнала, республика көнө алдынан, Мораҡ ауыл биләмәһендә Күгәрсен ветеринария станцияһы, “Теплосеть” муниципаль унитар предприятиеһы, мәғариф бүлеге, Берҙәм дежур – диспетчер хеҙмәте, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы, Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Мораҡҡа ингән ерҙә ҡарағай, ҡайын, миләш ағасы үултыртты.  Бынан тыш, Көсөклө йылғаһы буйында ла 6000 мең төптәй ағас ултыртылған.

 Көҙгө сыуаҡ көндәрҙе файҙаланып, ауылдарҙа ла өмәләр гөрләй. Мәҫәлән, Үрге Мөрсәләй ауылы буш торған өйҙәрҙе кәртәләү өмәһен үткәргән.

- Төҙөлөш материалдары менән Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин ярҙам итте. Старостабыҙ Азамат Ҡотлогилдин эште ойоштороп эшләп тә ҡуйҙылар. Әйтергә кәрәк, ошондай эштәргә ауыл халҡы тиҙ генә йыйыла ул беҙҙә. Бер әйтеү менән өйҙәрендәге эштәрен ҡуйып тороп өмәгә йәһәт кенә киләләр.Тәүге тапҡыр түгел, күп мәртәбә, күп эштәрҙе күмәкләп башҡарҙыҡ. Ошолай йыйылышып берҙәм эш башҡарыу беҙҙә инде көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. “Һә” тигәнсе ауылыбыҙҙың түбәнге осондағы аралыҡты кәртәләп тә ҡуйҙылар. Афарин, ауылдаштарыбыҙға! Өмәгә йыйылыусыларҙы төшкө аш менән Зилә Спаскова,Зилә Латипова, Ирина Байсарина  һыйланы. Улар әҙерләгән аш-һыуҙы бөтәһе лә яратып ашаны.

Өмәселәргә барыһына ла ҙур рәхмәт, - тип матур ауыл яңылыҡтары менән уртаҡлаша беҙҙең даими авторыбыҙ Гүзәлиә Ҡотлогилдина.

#грантырб#смирб#ятурист#тыуғаняҡҡасәйәхәт

Тыуған ерем матур булһын тиеп
Тыуған ерем матур булһын тиеп
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас