

Кисә районыбыҙҙың Аралбай ауылы халҡы өсөн иҫтәлекле ваҡиға, ҙур байрам булды - ауылда тирә –яҡҡа нур таратып, балҡып ултырған яңы мәсет асылды. Ауылдаштарына бына шундай ҙур бүләкте яҡташтары, Аралбай ҡыҙы Венера Нурулла ҡыҙы һәм уның тормош иптәше Рәил Салауат улы Фәхрисламовтар эшләне. Иман йортон төҙөүҙә ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнашҡан, һәр береһе ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индергән.
Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға хөрмәтле ҡунаҡтар – район етәксеһе Ғайса Янбаев, райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев, район ауылдарындағы иман йорттарын етәкләүселәр килде. Бәләкәй ауыл өсөн ҙур байрамға әйләгән сараға ауыл халҡы һәм ошо ауылда тыуып үҫкәндәр йыйылды.
Тантаналы сарала сығыш яһаусылар кесе ватанын онотмай, уны төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға – мәсеткә нигеҙ һалыусыларға, төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индереүселәрҙең һәр береһенә сикһеҙ рәхмәттәрен белдереп, уларҙың әүҙемлеген рәхмәт хаттары бүләктәр менән билдәләне, мәсеттең ауыл халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен теләне, изге йортҡа алып килгән бүләктәрен тапшырҙы һәм хәйер саҙаҡаһы һалды.
Аралбай ауылына йәм биреп, йыраҡтан балҡып торған мәсет манараһы иманға, әхлаҡҡа, яҡты киләсәккә маяҡ булып торһон. Һәр йома ауыл өҫтөндә аҙан тауыштары ишетелһен!