Мораҙым
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Октября 2021, 07:11

Лауреаттар билдәле

Һәм бына, ниһайәт, күренекле дәүләт эшмәкәре, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район журналистар премияһының сираттағы лауреаттар билдәле булды. Был мәртәбәле премияға быйыл ундан ашыу кеше дәғүә итеп, шуларҙың өсөһө - БР һәм РФ журналистар һәм яҙыусылар союздары ағзаһы, яҙыусы-журналист Рәзилә Ырыҫҡужина, Күгәрсен районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, Күгәрсен районы ҡоролтайы рәйесе, БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы Рөстәм Сәйетбатталов һәм "Мораҙым" гәзите хәбәрсеһе, БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы Гөлшат Вәлиева лауреаттар исемлеген тулыландырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Лауреаттар билдәлеЛауреаттар билдәле
Лауреаттар билдәле

.Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең 125 йыллығында премияға лайыҡ булыуҙары лауреаттарға икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Шәһит Әхмәт улының исемен мәңгеләштереүгә, башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә индергән өлөштәре юғары баһаланыуҙар менән барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Фекерҙәрегеҙ тос, ҡәләмдәрегеҙ осло булһын! Хеҙмәттәшебеҙ Гөлшат Вәлиеваның эшмәкәрлеге менән район гәзитен уҡыусылар яҡшы таныш. Йөкмәткеле мәҡәләләре, һүрәтләмәләре менән ул үҙ аудиторияһын тапҡан кеше. Премияға лайыҡ булыусыларҙан Рәзилә Ишбулды ҡыҙының хеҙмәтен иһә айырым билдәләп үтмәй булмай. Нисәмә йылдар дауамында Шәһит Хоҙайбирҙиндың ғаиләһенең тормошон, эшмәкәрлеген, ижадын өйрәнеп, ысын мәғәнәһендә оло баһаға лайыҡ хеҙмәттәр авторы ул. "Һүнмәҫ йондоҙҙар" исемле китабы Шәһит менән Маһруйҙың тормошо, эшмәкәрлеге, ғаилә мөхәббәте тураһында булһа, "Сәхнәләрҙән мендең күктәргә" тип аталғаны Шәһит Әхмәт улының ҡыҙы Тамара Хоҙайбирҙина тураһында. Рәзиләнең башлаған эштәре әле бының менән генә бөтмәй, артабан да дауам итәсәгенә иманым камил. Яҡын киләсәктә уның мәҡәләләре район гәзитендә лә, республиканың абруйлы баҫмаларында ла донъя күрәсәк.

Лауреаттар билдәле
Лауреаттар билдәле
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас