Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2021, 11:59

Хоҙайбирҙиндар үҙ шәхесен данлай белгән халыҡ

Ауылдың элекке исеме – Бесәнсе. Ошо ауылда тыуып, ошонда тәүге аҙымдарын яһаусы халҡыбыҙҙың мәшһүр улы Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылы ул. Ауыл бөгөн Хоҙайбирҙин тип атала. Ғәжәйеп матур урында йәйелеп ята, ошо төбәк уҙаманы һүҙҙәре менән әйтһәк, Ағиҙел йылғаһының Урал тауҙарынан дала яғына ағып килеп, дуға яһап төньяҡҡа боролған һәм ҙур булмаған йәмле Керәүле йылғаһы Ағиҙелгә ҡушылған ерҙә урынлашҡан Хоҙайбирҙин. Ауылға инеүсе ҡунаҡтарҙы, йәки үтеп китеүселәрҙе ауыл осонда Шәһит Хоҙайбирҙин стелаһы ҡаршы алып, оҙатып ҡала. Мөһабәт һәйкәл. Шәһиттең ҡыйыу ҡарашы алға төбәлеүен һынландырған стела-һәйкәл 1985 йылда асылған. Мәктәп уҡыусылары ҡарамағында икән ул. Тирә-яғы тәрбиәле. Ауыл халҡы ошо ергә йыш ҡына йыйылып, ауылдан сыҡҡан баһадир улдарын хәтергә ала.

Хоҙайбирҙин ауылы уртаһында Шәһит тыуған өй нигеҙе тере.

Шәһит Хоҙайбирҙин тыуған өй макеты музейҙа һаҡлана.

 

Матур йорт күтәреп ултыртҡан Хоҙайбирҙиндар атай ерлегенә. Бөгөн унда Шәһиттең бер туған ҡустыһы Заһиҙулланың Сәлих исемле ейәне ғаиләһе менән йәшәй. Әле тере сағында Тамара Шәһит ҡыҙы ла был йортҡа йыш ҡайтып йөрөгән.

         Сафҡа теҙелгән һалдаттар кеүек тигеҙ, олпат итеп нигеҙләнгән йорттарға һоҡлана-һоҡлана ауылдың күрке булып торған музейға инәбеҙ. Динара Әминева менән Вәсилә Әмирова – Ш. Хоҙайбирҙин музейының йәмен һаҡлаусылар. Ауылға килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алып, үҙҙәренең гүзәл төбәгенең бай тарихы, Шәһит Хоҙайбирҙин биографияһының мөһим ваҡиғалары тураһында оҙаҡ, ентекле итеп һөйләргә ғәҙәтләнгән. Уйҙарым менән Шәһит тыуған мәлдәге ауылды күҙ алдына баҫтырам, йылғыр ғына сос ауыл малайын етәкләп, Керәүле йылғаһын кисәм, ялан, тауҙар гиҙәм...
         ...Шәһит ярлы ғына ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Ғиззәтулла, Заһитулланан ҡала Шәһитулла. Әсәһе Йәмилә менән атаһы Әхмәт бөтәһе ун балаға ғүмер биргән. Үкенескә күрә, балаларының ир етеүен күрә алмай, атай-әсәй ҡаты ауырыуҙан бер-бер артлы ғына донъя ҡуйған. Шәһиткә был мәлдә бары ун йәш кенә була. Ауылдағы өс йыллыҡ башланғыс мәктәпте тамамлап, Ырымбурҙағы «Хөсәиниә» мәҙрәсәһенә уҡырға бара ул. Мәҙрәсә хужаһы Хөсәйеновта малайлыҡта йөрөп, үҙ йүнен үҙе күреп уҡый. Әммә мәҙрәсәне тамамларға насип итмәй. Тура һүҙлелеге, үтә ҡурҡыу белмәҫ булыуы менән мәҙрәсә етәкселегенә оҡшамай, ҡыуыла.
         Шәһиттең артабанғы тормошо ил яҙмышы менән ныҡ бәйле: әрме, һуғыш, революция, тағы һуғыш, аслыҡ... партияға инеү, Бөрйән-Түңгәүер кантонындағы яуаплы вазифалар, Кронштадт... Фин ҡултығы боҙонда хәлһеҙ ятҡан алты сәғәт... РКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары, ер эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары, эске эштәр халыҡ комиссары... Үҙ аҡылы менән генә ошондай үрҙәрәгә еткән шәхестәрҙең береһе ине Шәһит Хоҙайбирҙин. Ҡыйыу журналист, шағир ҙа ул.

         Фотоһүрәттәр, әйберҙәр күрһәтеп һөйләүсе Вәсилә Зәки ҡыҙының, Динара Мөнир ҡыҙының күҙҙәрендә эскерһеҙ осҡон шәйләп, күңел ишектәренең асыҡлығын тойоп, һоҡланып туйманым. Бына ҡайҙа ул ысын батыр рухына ел-ямғыр тейҙермәй, уны үҫтереүселәр! Шәһит Әхмәт улының бындай ауылдаштары барында, уның исеме мәңге йәшәйәсәк.
1965 йылда, Шәһит Әхмәт улының тыуыуына 70 йыл тулыуға ҡарата ауыл мәктәбендә әҙерлек эштәренән башлана бөтәһе лә. Ауылдағы мәктәптең тарих уҡытыусылары Ш.А. Байморатова һәм Б.М. Имелбаевалар бер төркөм уҡыусылар менән Өфөгә, Маһруй һәм Тамара Хоҙайбирҙиналар менән осрашыуға килеп, шулай уҡ баш ҡалалағы архивтарҙа булып, күп кенә фотоһүрәт, документтар күсермәһе, мәғлүмәт менән ҡайта. Артабан уҡыусылар – тынғыһыҙ эҙәрмәндәр Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәскә, Баймаҡҡа ла барып мәғлүмәт туплауҙы дауам итә. Баймаҡ районынының бай тарихы биттәрендә лә Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин исеме бар. 1919 йылдан 1921 йылға тиклем ул Бөрйән-Түңгәүер кантонында яуаплы вазифала, кантон башҡарма комитеты рәйесе, РКП(б)ның кантон комитеты сәркәтибе, кантондың аҙыҡ комиссары булып эшләй. Үҙенең эшлекле, яуаплы, кешелекле, аҡыллы булыуы менән халыҡ һөйөүен яулай. Хәтерегеҙҙә булһа, Баймаҡтың хәл иткес мәлдәре тураһында Шәһит Хоҙайбирҙин «Башҡортостандағы ҡанлы көндәр» тигән иң күләмле иҫтәлектәрендә яҙып ҡалдырҙы.
         1917 йылда, асылғанынан дүрт йыл самаһы ғына эшләп өлгөргән Баймаҡ алтын-баҡыр заводы ябыла. Шәһит Хоҙайбирҙинды заводтың алдағы яҙмышы борсой. Быға тиклем Екатеринбургҡа ҡараған тау-руда предприятиеларын Башреспублика ҡарамағына күсереү кәрәклеге тураһында һүҙ күтәрә. Бер нисә тапҡыр ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн РСФСР халыҡ хужалығы советына үтенес (ходатайство) ебәрә. Һәм ниһайәт, ошондай яуап ала: «В целях сохранения оборудования и организации общественных работ для голодающих Баймако-Таналыкских шахтеров вернуть Таналыково-Баймакский округ Башреспублике». Аслыҡ, ҡоролоҡ йылдарында Баймаҡ заводын аяҡҡа баҫтырыуға Шәһит Хоҙайбирҙин күп көс һала. Баймаҡ халҡы, уның изгелектәрен онотмай, исемен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индерә: Баймаҡ машиналар эшләү заводы үҙ тарихының иң күп йылдарын уның исеме менән йәшәне.
Ауылдаш уҙамандың исемен мәңгеләштереү өсөн ошондай бай мәғлүмәттәр мәктәп бинаһында экспонат-ҡомартҡы булып урын ала. Улар шәхес хаҡындағы мираҫ булыуҙан тыш рухи хазина ла. Тамсылап ҡына йыйылған яҙмаларҙың, фотоһүрәттәрҙең, һәр ҡайһыһының үҙ тарихы ла бар. Был эште башлап, дауам итеүселәр ниндәй оло хеҙмәткә юл ярыуын аңлап башҡарғанлығы бөгөн үтә лә асыҡ күренә. Әйтеп тораһы ла түгел, ундай мәлдә һәр һүҙ, һәр өн дә ҡәҙерле. Ошондай күмәк көс менән Шәһит Хоҙайбирҙин музейы бөртөкләп йыйыла һәм 1977 йылдың 21 июлендә айырым музей итеп асыла. Был тантанала республика һәм район еткәселеге, бөтә ауыл халҡы һәм Шәһит Әхмәт улының ҡыҙы Тамара Шәһит ҡыҙы ла ҡатнаша. Ул музей өсөн күп кенә эспонаттар: атаһының шәхси әйберҙәрен, фотоһүрәттәр, үҙенең сәхнә кейемен бүләк итә.

Т.Ш. Хоҙайбирҙина үҙенең сәхнә кейеме янында. 1977 йыл.


         Музейҙың беренсе етәксеһе – Б.М. Имелбаева. Музей эше тынғыһыҙ, һәр ваҡыт эҙләнеү, хәрәкәттә булыуҙы талап итеүе һәр кемгә билдәле. Был хәҡиҡәтте яҡшы белгән етәксе маҡсатлы рәүештә тирә-яҡты өйрәнеү эшен рәткә һалып ебәрә. Мәктәп уҡыусыларынан торған музей советы ла төҙөлә. Уҡыусылар музейға килгән ҡунаҡтар алдында сығыш яһай, экскурсия уҙғара һәм эҙләнеүҙәрен көн һайын тигәндәй дауам итә. Музей экспонаттар менән тулылана бара. 1977 йылда Хоҙайбирҙин музейы турист-эҙәрмәндәрҙең Бөтә союз слетында ҡатнашып, «Иң яҡшы мемориал-биографик музей» исемен ала, иҫтәлекле таҫмаға лайыҡ була.
         Бөгөнгө музей ихатаһында урын алған бюст – скульптор Т. Нечаеваның эше. Хоҙайбирҙин ауылында 1956 йылда ҡуйыла. Тәүҙә ауыл башланған урында, 1986 йылда музей ихатаһына күсерелеп урынлаштырыла.
1984-1988 йылдарҙа музей менән Р.М. Яппарова етәкселек иткән осорҙа ла ундағы эшмәкәрлек алға табан бара. Хоҙайбирҙин ауылы балалары бәләкәй саҡтарынан тыуған яҡ тарихын, билдәле шәхестәрен, абруйлы ауылдаштарын белеп үҫһен өсөн бик күп эш алып барыла.
         1988 йылдан 2017 йылға тиклем музейҙы В.З. Әмирова етәкләй. Был осор музейҙың сәскә атыу мәле тип атаһаҡ та дөрөҫ булыр. Вәсилә Зәки ҡыҙы этнография, ауылдың тарихы, бөгөнгөһө, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында һәм бик күп башҡа материалдар йыйып, музейҙы байыта. Йыш ҡына Тамара Шәһит ҡыҙы менән осрашыуҙар ойоштора, уҡыусы балалар менән музей дәрестәре үткәрә. Республиканың ғына түгел, ер йөҙөнөң төрлө мөйөшөнән, атап әйткәндә, Голландия, Турция, Швеция, Германиянан килгән ҡунаҡтарға ла Вәсилә Зәки ҡыҙы Шәһит Хоҙайбирҙин, Хоҙайбирҙин ауылы тарихы, арҙаҡлы кешеләре тураһында ентекле мәғлүмәт бирә. Әйткәндәй, бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, ул музей эшмәкәрлегенән ситләшкәне юҡ. Баш ҡаланан килгән ҡанаҡтарҙы, Ш.Ә. Хоҙайбирҙин премияһы лауреаттарын да ихлас ҡаршылай, экскурсиялар алып бара. Шунылателгә алып китеү кәрәктер, йыл һайын Ш.Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөндә, 9 октябрҙә республиканың иң көслө журналистарына Ш.Ә. Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһын Күгәрсен ерендә, Хоҙайбирҙин ауылында тапшырыу – матур традицияға әйләнде.
         Музей ауылдың мәҙәни, тәрбиәүи, тарихи үҙәге булып китеүендә ауылдаштары Вәсилә Зәки ҡыҙы Әмированың өлөшө ҙурлығын билдәләй. Уның был хеҙмәтен район етәкселеге Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына лайыҡлы тип тапты һәм 2007 йылда премия менән бүләкләне. Музейҙар – үткән менән бөгөнгөнө тоташтырыусы, рухи мираҫ һаҡлаусы күпер ул. Унда айырым шәхес яҙмышы, халыҡ, тыуған ер тарихы ла бар.

 Бөгөнгө Шәһит Хоҙайбирҙин музейы бай тарихы, алсаҡлығы, йомартлығы менән йәлеп итә. Динара Әминева – был мәҙәни усаҡтың ҡотон һаҡлаусы, уның хәҙерге егәрле етәксеһе. Күргәҙмәләр, осрашыуҙар, йыйындар ауыл уртаһын биҙәп ултырған ошо йортта үтә. Музейҙың әүҙем тормош менән йәшәүе – Шәһиттең генә түгел, ауылдың арҙаҡлы ул һәм ҡыҙына һәйкәл, тип ҡабул итергә кәрәктер. Уның ишектәре һәр ваҡыт асыҡ.
         Һәр халыҡ үҙенең тарихын белһә, шәхестәрен данлаһа, киләсәккә ҡыйыу аҙымдар менән барасаҡ. Киләсәк быуын беҙҙән аҡыллыраҡ булһын өсөн уларҙы дөрөҫ йүнәлештә тәрбиәләү зарур. Хоҙайбирҙиндар ошо йүнәлеште йәшәү ҡануны итеп алған. Уларҙа уҙғарылған һәр сара Шәһит, Тамара Хоҙайбирҙиндар исеме менән башланыуы ғына ла бик күпте һөйләй. Шәхесен данлай белгән халыҡ – мәңгелек. Ул мәңгелекте бер-беребеҙгә ихтирам, иғтибар менән бөгөн төҙөйбөҙ.

#грантырб#смирб#ятурист#тыуғаняҡҡасәйәхәт

Хоҙайбирҙиндар үҙ шәхесен данлай белгән халыҡ
Хоҙайбирҙиндар үҙ шәхесен данлай белгән халыҡ
Автор:Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА
Читайте нас: