Мораҙым
+25 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
7 Октября 2021, 10:26

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы сараларҙың көсөнә инеүе 27 октябргә күсерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы сараларҙың көсөнә инеүе 27 октябргә күсерелдеБашҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы сараларҙың көсөнә инеүе 27 октябргә күсерелде
Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы сараларҙың көсөнә инеүе 27 октябргә күсерелде

12 октябрҙән 27-һенә тиклем музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ һәм массаж салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-спорт комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына барғанда, ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет алғанда вакцинация тураһында сертификат, ярты йыл эсендә ковид менән ауырығанды раҫлаған белешмә, ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе хаҡында белешмә күрһәтергә кәрәк.

27 октябрҙән һуң ПЦР һәм вакцина яһатырға ярамауы хаҡында белешмә ҡабул ителмәй.

Был халыҡ прививка эшләтеп, сертификатҡа эйә булһын, ә учреждениелар һәм сауҙа комплекстары кәрәкле ҡорамал һатып алһын өсөн эшләнгән.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Башинформ
Читайте нас