Мораҙым
+19 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
1 Октября 2021, 04:16

Йомарт ҡына мәл шул ғүмер көҙө

Тәбиғәттең дүрт миҙгеле булған һымаҡ, кеше ғүмерен дә дүрт дәүергә бүлергә мөмкин. Ололар көнө лә юҡҡа ғына көҙгөһөн билдәләнмәйҙер. Нәҡ ошо илаһи сыуаҡ осор – үткәндәрҙе байҡап, барлап, күргән –кисергәндәргә һығымта яһар, йәйрәп кенә ятҡан ғүмер тигән баҫыуҙың уңыштарын йыйыр, туплаған тормош тәжрибәләрен башҡаларға йомарт итеп өләшә торған мәлдер. Көҙ һәр кемдең күңеленә яҡын. Ҡуралар тулып, эш туҡтап, бер аҙ иркен тын алған өсөн генә түгел. Хәҙер инде тарихта ғына ҡалған аслыҡ-яланғаслыҡ, юҡлыҡ замандарын үтеп, тормош атында туҡтамай сапҡан быуын кешеләре өсөн был миҙгел - уйланыу, хәтирәләр менән уртаҡлашыу өсөн дә ҡулайҙыр.

Исем ауылында йәшәгән Сәлихова Ғәлиә инәй быйыл, һау булһаҡ, 85 йәшен билдәләй. Ауылдың иң өлкән инәйҙәренең береһе ул. Ошо ауылда тыуып үҫеп, ошонда ереккән, береккән кеше.

- Уҡыу эләкмәне инде. Туғыҙынсы йәштә генә мәктәпкә барҙым. Күршелә генә ике туған апайым үҙенең өйөндә мәктәп асып, шунда уҡып йөрөнөк. Ҡырҡ туғыҙынсы йылда Яңауылға киттек уҡырға. Бында урыҫ мәктәбе генә ине, башҡорттарҙы алманылар. Яңауылда башҡорт балалары йыйылған тип, беҙ ҙә уҡырға шунда киттек.  Фатирҙа ятып уҡыныҡ. Йөрөп уҡырға өҫтә кейем булманы. Аяҡта кәлүш кенә. Күршеләге ике туған һылыуымдың быймаһы бар ине, ярты юлда мин кейәм быймаһы, яртыһында ул кейә. Мине өшөтмәйем тип, ҡышҡыһын ҡайтҡанда, шулай алашлап кейер инек. Һөйләп тә бөтәрлек түгел. Гәзиттә баҫылды бит әле, Алик Сәйетҡоловтың аслыҡ тураһында яҙғаны. Шуны уҡып-уҡып алам һаман. Бөтә кеше лә шулай йәшәгән икән. Сәнскәк менән әремде генә ашаманыҡ. Нимә үҫә – шуның менән туҡландыҡ инде заманында. Әремде лә ашаманыҡ тейер инем, ауырығанда шуны ҡайнатып эсереп дауаланылар. Дарыу булманы бит элек. Үлән ашаныҡ, үлән менән дауаландыҡ, - ти ул хәтирәләргә бирелеп. 

- Биш бала үҫтерҙек ҡартым менән. 61 бергә йәшәнек.  Бала ҡайғыһын да күрҙек. Ике баланы ер ҡуйынына тапшырҙыҡ. Өс балам, киленем бында ауылда торалар. –Уҡып, кеше булып, эшләп йөрөйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәре лә белем алыуға ынтылып ҡына торалар, - Ғәлиә инәй балалары менән дә хаҡлы ғорурлана.

 Әйткәндәй Ғәлиә инәй үҙе лә йәмәғәт эшендә әүҙем була йәш сағында. Район, ауыл советы депутаты, коммунистик хеҙмәт ударнигы була, фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн район, республика етәкселеге тарафынан бихисап почет грамоталары менән бүләкләнә.

 Оло тормош тәжрибәһе туплаған инәйҙең йәштәргә лә әйтер һүҙе бар:

- Иҫән-һау булһын балалар, матур итеп йәшәһендәр. Әсәйем мәрхүмә, атайым үлгәс, ҡартайғансы яңғыҙы булды бит инде. “Ирһеҙ йәшәү еңел түгел, ир ҡәҙерен белегеҙ” тип һеңдерҙе. Аллаһы Тәғәлә һәр йән эйәһен парлы итеп яратҡан бит. Тормошта нимәләр генә булып китмәй, һауыт-һаба ла шылтырамай тормай, шулай ҙа бер-береңде аңлап, бер-береңде ғәфү итеп, татыулыҡта йәшәргә ынтылырға кәрәк, - тип матур тормош кәңәштәрен, теләктәрен еткерә.

Тулы мәҡәлә - район гәзитендә.

Автор фотолары.

#грантырб#смирб#неслучайныелюди#осраҡлыбулмағанкешеләр

Йомарт ҡына мәл шул ғүмер көҙө
Йомарт ҡына мәл шул ғүмер көҙө
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас