Мораҙым
+31 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
1 Октября 2021, 05:50

Суракова Шәмсиә Сәйетғәли ҡыҙына ҡотлау

Мәҡсүт ауылында йәшәүсе беҙҙең яраткан, изгеләрҙән-изге әсәйебеҙ, бейемебеҙ, ҡәйнәм, апайыбыҙ, өләсәйебеҙ Суракова Шәмсиә Сәйетғәли ҡыҙы бөгөн күркәм ғүмер байрамын - 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ҡәҙерлебеҙҙе оло байрамы менән ихлас ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе юллайбыҙ! Уның тормош юлы, үткән ғүмере һәр яҡлап матур, сағыу, оло хөрмәткә лайыҡ. Һәр саҡ ихлас күңелле, тырыш, кәңәшсел, хәстәрлекле ул. Ике улына, бер ҡыҙына, 9 ейән-ейәнсәренә йән атып, өҙөлөп тора, барлыҡ яҡындарына, туғандарына, дуҫтарына уның күңеле һәр саҡ асыҡ. Ҡәҙерлебеҙ! Һин доньяла иң яҡын һәм ҡәҙерле кешебеҙ, таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ. Тәбиғәткә көҙ һарыһы һырыла башлаған осорҙа донъяға килһәң дә, һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Киләсәктә лә ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, тормошобоҙға йәм өҫтәп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, имен тормошта йәшәргә яҙһын. Юбилейың менән тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡтар теләйбеҙ! Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен, Шатлыҡ менән тулһын күңелең. Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ, Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен. Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ, Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә. Һәр көнөңдә һине яратыусы Балаларың булһын йәнәшә! Ҡотлау менән балаларың, килендәрең, кейәүең, һылыуҙарың, ҡустың, ейән-ейәнсәрҙәрең, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың. Өфө, Мәләүез, Учалы, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ырымбур өлкәһе Сара станцияһы, 2-се Дәүләтҡол, Мәҡсүт ауылдары.  

Суракова Шәмсиә Сәйетғәли ҡыҙына ҡотлауСуракова Шәмсиә Сәйетғәли ҡыҙына ҡотлау

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас