Мораҙым
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
1 Октября 2021, 09:40

Күк торналар осто хушлашмайса...

Зәңгәр сатыр ҡорған ине кисә-Бөгөн - тимгел һорғолт быяла....Юҡһынамы икән хәтфә сағынЙәйрәп кенә ятҡан буҙ ялан?

Күк торналар осто хушлашмайса...Күк торналар осто хушлашмайса...
Күк торналар осто хушлашмайса...

Зәңгәр сатыр ҡорған ине кисә-
Бөгөн - тимгел һорғолт быяла.
...Юҡһынамы икән хәтфә сағын
Йәйрәп кенә ятҡан буҙ ялан?

Һағынамы икән зөмрәт сағын-
Һағыш баҫҡан һары ҡайынды.
Салт көмбәҙҙә йондоҙ тоноҡланған -
Илай микән Зөһрә-ай ҡыҙы?..

Күк торналар осто хушлашмайса,
(Ҡайтыр микән ҡабат яҙҙарын?)
...Буш кәмәлә бейей, эй, моңһоҙ ел,
Үкһеҙ ҡалған йылға ярҙары...

Һағынамы таллыҡ һандуғасын-
Һиллек баҫҡан урман ҡосағын...
...Бер нуры бар шыҡһыҙ миҙгелдең дә-
Ипкен бөркә балан усағы.
#Илһамиәт

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас