Мораҙым
+9 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
1 Октября 2021, 06:55

Бөгөн оло йәштәгеләр көнө...

  Быға тиклем дә иғтибарыбыҙҙан өҙмәһәк тә, ошо көндәрҙә өлкән йәштәге инәй-бабайҙарыбыҙға, яҡындарыбыҙға айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ, ихтирам күрһәтәбеҙ. Быға һис шикһеҙ лайыҡ улар!   Бала саҡтары һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән инәй-бабайҙар хәҙер инде бармаҡ менән генә һанарлыҡ булып ҡала бара. Ваҡыт үҙе сыныҡтырғанмы - ғәйәт ҙур рухи ныҡлыҡҡа эйә улар. Яңауыл ауылында ғүмер кисергән Алмабикә Ғибаҙулла ҡыҙы Хәйбуллина байтаҡ йылдар колхозда һауынсы булып эшләгән, ике тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайланған.  11 балалы ғаиләлә тыуып үҫһә лә, туғандарының күбеһе ғүмерһеҙ булып сыҡҡас, әсәһен ҡарауҙы үҙенең изге бурысы тип һанай һәм ғаилә бәхетенән баш тартып, уның янына ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берҙән-бер улы ла йәшләй генә фажиғәле вафат була. Шулай ҙа яңғыҙ түгел Алмабикә инәй, туғандары уның өсөн өҙөлөп тора. Хәҙер инде инәйгә 93 йәш. Уның күршеһе – беҙҙең хаҡлы ялдағы хеҙмәттәшебеҙ Флүрә апай Яйыҡбаеваның әсәһе Ғәзимә Лотфулла ҡыҙы ла ауыр йылдарҙың барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә күтәргән. Уға 91 йәш. Балаларының ҡулында ҡәҙер-хөрмәт күреп, тормоштоң һәр көнөнә шөкөр итеп йәшәй ул.  Барлыҡ инәй-бабайҙарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ һәм имен тормош, күңел тыныслығы, һаулыҡ теләйбеҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн оло йәштәгеләр көнө...Бөгөн оло йәштәгеләр көнө...
Бөгөн оло йәштәгеләр көнө...

  Быға тиклем дә иғтибарыбыҙҙан өҙмәһәк тә, ошо көндәрҙә өлкән йәштәге инәй-бабайҙарыбыҙға, яҡындарыбыҙға айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ, ихтирам күрһәтәбеҙ. Быға һис шикһеҙ лайыҡ улар!

  Бала саҡтары һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән инәй-бабайҙар хәҙер инде бармаҡ менән генә һанарлыҡ булып ҡала бара. Ваҡыт үҙе сыныҡтырғанмы - ғәйәт ҙур рухи ныҡлыҡҡа эйә улар. Яңауыл ауылында ғүмер кисергән Алмабикә Ғибаҙулла ҡыҙы Хәйбуллина байтаҡ йылдар колхозда һауынсы булып эшләгән, ике тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайланған.  11 балалы ғаиләлә тыуып үҫһә лә, туғандарының күбеһе ғүмерһеҙ булып сыҡҡас, әсәһен ҡарауҙы үҙенең изге бурысы тип һанай һәм ғаилә бәхетенән баш тартып, уның янына ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берҙән-бер улы ла йәшләй генә фажиғәле вафат була. Шулай ҙа яңғыҙ түгел Алмабикә инәй, туғандары уның өсөн өҙөлөп тора. Хәҙер инде инәйгә 93 йәш.

Уның күршеһе – беҙҙең хаҡлы ялдағы хеҙмәттәшебеҙ Флүрә апай Яйыҡбаеваның әсәһе Ғәзимә Лотфулла ҡыҙы ла ауыр йылдарҙың барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә күтәргән. Уға 91 йәш. Балаларының ҡулында ҡәҙер-хөрмәт күреп, тормоштоң һәр көнөнә шөкөр итеп йәшәй ул.

 Барлыҡ инәй-бабайҙарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ һәм имен тормош, күңел тыныслығы, һаулыҡ теләйбеҙ!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас