Мораҙым
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентября 2021, 06:43

Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙың мәйете табылған

Уларҙың береһе беҙҙең райондан, тиҙәр.

Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙың мәйете табылғанБашҡортостандан өс студент ҡыҙҙың мәйете табылған
Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙың мәйете табылған

30 сентябргә ҡарай төндә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында Башҡортостандан өс ҡыҙҙың мәйете табылған.  Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, урындағы медицина колледжының 18 һәм 20 йәшлек студенттары сәнселгән яраларҙан йән биргән.

«Башинформ» агентлығы сығанағы мәғлүмәттәре буйынса, ике ҡыҙҙың кәүҙәһе – яндырылған ҡуртым фатирында, өсөнсөһөнөң күп фатирлы йорт ихатаһында табылған. Икәүһе – Баймаҡ, берәүһе – Күгәрсен районынан.

Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәтте асыу менән урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә, уларға Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәтә. Билдәле булыуынса, ҡыҙҙарға балта менән һуҡҡандар.

Автор:
Читайте нас