Мораҙым
+19 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентября 2021, 08:15

Ул - балаларҙы, балалар уны ярата

Ҡалдар урта мәктәбенең  мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәсеһе Үҙәнбаева Динә Рәшит ҡыҙы “Тормошомдо балаларһыҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым”, - ти.  Ҡалдар  ауылындағы “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһы 2008 йылда асыла. 2015 йылда иһә урта мәктәптең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө итеп үҙгәртелә. Бында тәрбиәләнгән 15 баланың берәүһе Түләбайҙан, алтауһы Ҡадирҙан һәм һигеҙе Ҡалдарҙан. Бер ғаиләнән булғандары ла бар.  Дауыт-Ҡайып ауылында тыуып үҫкән Динә Рәшит ҡыҙы мәктәптә уҡыған ваҡытында уҡ уҡытыусы йәки тәрбиәсе булырға хыяллана. Күмертау педагогия училищеһын тамамлағандан алып балаларға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә эшләй ул.

Ул - балаларҙы, балалар уны яратаУл - балаларҙы, балалар уны ярата
Ул - балаларҙы, балалар уны ярата

 Үҙ эшен яҡшы белгән, ижади эҙләнеүсән һәм иң мөһиме балаларҙы үҙ иткән, уларҙың психологияһын яҡшы аңлаған, бар күңелен һалып эшләгән тәрбиәсене балалар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре лә үҙ итә.

  Күрше Әлимғол ауылынан йөрөп эшләүе ауыр булһа ла, һис зарланмай Динә Рәшит ҡыҙы. Йөрөп эшләүе, ысынлап та, еңел түгел: иртән ярай ире үҙе эшкә киткәндә машина менән алып килә, ул булмағанда мәктәп автобусына сыға, иптәше килеп ала алмаһа, кире юлды йәйәү үтергә лә тура килә. Уҙған ҡыш ҡар күп яуҙы, шундай буранлы көндәрҙә эшенә һыбай килгән саҡтары ла булған...

. Уң ҡанаты, терәк-таянысы булған тормош иптәше Шамил менән ике ҡыҙ үҫтергәндәр: Дилназ Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерә; быйыл юғары уҡыу йортон тамамлаған Динара ла Стәрлетамаҡ ҡалаһында хеҙмәт юлын башлаған.

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас