Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентября 2021, 13:30

Бөгөн - тәрбиәселәр көнө

"Уралҡай" балалар баҡсаһы  үҙ эшенең оҫтаһы булған тәрбиәселәре менән танылған. Юғары белемле педагог булыу ғына әҙ. Бала йәнле, бала күңелен аңлаған, иң мөһиме - үҙе лә әсә булған тәрбиәселәрҙе ысын мәғәнәһендә үҙ һөнәренең оҫтаһы тиергә була.     

"Уралҡай" баҡсаһының "Аҡ сәскә" мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәсеһе Әминә Һаҙый ҡыҙы Айытҡолова үҙе лә дүрт бала әсәһе.  Бикбулат ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, күңеле ҡушыуы буйынса Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында (хәҙер академия) башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. "Уралҡай"ҙа 2013 йылдан бирле эшләй. Ошо йылдарҙа БДПУ-ла тәрбиәселеккә уҡый. Әминә Һаҙый ҡыҙы балаларҙың "икенсе әсәй" вазифаһын ышаныслы атҡара. Сабыйҙарға иғтибарлы, ата-әсәләргә ихтирамлы булғаны өсөн дә хеҙмәткәрҙәре араһында ла абруй ҡаҙанған. Балаларҙы башҡорт рухлы, илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләүҙә, һис шикһеҙ, уның да өлөшө ҙур.

Бөгөн - тәрбиәселәр көнө
Бөгөн - тәрбиәселәр көнө
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас