

Күгәрсен район-ара суды Ейәнсура районында йәшәүселәргә һыуҙағы биологик ресурстарҙы (балыҡ) законһыҙ тотҡан өсөн ҡарар сығарҙы.
Ирҙәр Рәсәй Федерацияһы Енйәт кодексының 256-сы статьяһы 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эшләүҙә ғәйепләнә. 2019 йылдың сентябрендә еңел табыш яратыусылар Оло Һүрәм йылғаһына балыҡ тоторға китә. Улар резина кәмәлә һалдау ярҙамында (һалдау тыйылған ҡоралға инә) төрлө төрҙәге 10 балыҡ тота. Әммә ҡаршылыҡҡа тап булалар: уларҙы хоҡуҡ һағында тороусылар енәйәт өҫтөндә тота.
Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен танымай һәм зыянды ҡапламай. Суд енәйәт эше фигуранттарына 1 йылға һынау срогы менән шартлы рәүештә 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһын бирә. Шулай уҡ енәйәт ҡоралдарын конфискациялай, улар иҫәбендә резина кәмә лә бар.