

Флүзәгә йәшләй генә бала ҡайғыһын татырға ла, артабан хәстәрлекле, оҫта ҡуллы тормош юлдашы Рәфҡәт Рафаэл улы менән берҙәнбер улдары Рамаҙандың һаулығы өсөн көрәшергә, күпме дауахана юлдарын, Мораҡ-Өфө, Өфө-Мәскәү араһындағы саҡрымдарҙы ҡат-ҡат үтергә лә тура килде. Яҙмыш һынауҙарын сабыр ғына кисереп, ауырлыҡтарға зарланмай ғына тормош юлынан ғорур атлауын дауам итә ул.
Ауыл уңғандары ишле мал тота, картуфын күпләп сәсә, ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫрай. Өҫтәлдәренән үҙҙәре тир түгеп тапҡан хәләл ризыҡ, аҡ май, ҡаймаҡ, эремсек –ҡорото өҙөлмәй.
- Иң ҙур байлыҡ – һаулыҡ, ул булһа, ауылда рәхәтләнеп донъя көтөргә көс етә. Балалар сәләмәт булһын. Бәхеткә күрә, Өфөләме, Мәскәүҙә булһынмы, юлыбыҙҙа осраған һәр аҡ халатлы беҙгә ярҙам итергә ынтылып торҙо, ауыр саҡта өмөттәрҙе һүндермәҫкә көс бирҙе, шәфҡәт нурын өләшеүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә, беҙгә таяныс булған туғандарға, ауылдаштарға мең рәхмәтлебеҙ, - ти изгелекле, сабыр, эшһөйәр Ҡунысбаевтар.