Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь 2021, 10:55

Урман үҙенә тартып тик тора

 19 сентябрь – Урман хужалығы һәм урманды эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө  Йәшел урмандарыбыҙ – йәшел хазина, төп байлығыбыҙ, туҡландырыусыбыҙ. Тап ана шул байлыҡты һаҡларға, ҡурсаларға ынтылған хәстәрлекле, булдыҡлы ир-аттар ғына эшләй ала был тармаҡта. “Урмандарға идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы Күгәрсен урмансылығы Энәк участкаһы урмансыһы Таһир Солтанов та - шуларҙың береһе.  Быйыл уға эш етәрлек булды. Күп ерҙәрҙе ялмаған ялҡын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның участкаһын да урап үтмәне шул. Был яуаплы осорҙа тынғыһыҙ йәнгә янғын һүндереүҙә ҡатнашырға, күп кенә осраҡта урамда ҡуна ҡайтырға ла тура килде.

Урман үҙенә тартып тик тора
Урман үҙенә тартып тик тора

 Энәк участкаһына ҡараған 41 мең гектар хазинаға күҙ-ҡолаҡ булып ҡына өлгөр! Янғын булһа ла, ағас урланһа ла төп яуапты ул тота. Әммә ишле ғаиләлә тыуып, бәләкәстән ауыл эше менән сынығып үҫкән кеше булараҡ, Таһир Ғәлим улы эшенең ауырлығына һис зарланмай.

- Урманға сығып урамаһаң, тыныс күңел менән йоҡлап та булмай. Үҙенә тартып тик тора, - ти егерме йылдан артыҡ ғүмерен был өлкәгә бағышлаған уҙаман.

 Намыҫлы хеҙмәткәр генә түгел, өс балаһы өсөн йән атып тороусы изгелекле атай ҙа, 1997 йылдан бирле тормош йөгөн парлап тартҡан һөйөклө ҡатыны – Филүзә Ҡәйүм ҡыҙы өсөн булдыҡлы ир, ныҡлы терәк-таяныс та ул яҙмабыҙ геройы.

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: