Мораҙым
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Сентябрь 2021, 09:29

Дөмбәйҙә балалар өсөн спорт майҙансығы асылды

Үрге Мөрсәләй, халыҡ телендә әйткәндә, Дөмбәй ауылы халҡы үҙенең әүҙемлеге, йүнселлеге менән данлыҡлы. Олоһо ла, кесеһе лә тыуып үҫкән ауылы, уның киләсәге өсөн тырыша. Бәләкәй ауылда халыҡ берҙәм була шул. 

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында район данын лайыҡлы яҡлаған дөмбәйҙәр төрлө социаль әһәмиәтле программаларҙа, бәйгеләрҙә даими ҡатнаша. Быйыл үҙенсәлекле башланғыстарҙың береһенә ауылда спорт майҙансығы төҙөү проекты тәҡдим итеп, 100 мең һумлыҡ грант яуланы улар. Шул аҡсаға ауыл халҡы кәрәкле ҡоролмалар алып, бер аҙна эсендә майҙансыҡты төҙөп тә ултырты, ауыл клубына бильярд өҫтәле лә алды. 

Дөмбәйҙәрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин барҙы. 

- Үрге Мөрсәләй ауылы бәләкәй генә булһа ла, берҙәмлеге менән һоҡландыра. Мәртәбәле республика конкурстарында ҡатнашып лайыҡ булған махсус аҡсалата призға ауыл клубын рәтләп ултыртты. Хәҙер бына социаль проект еңеүсеһе булып, спорт майҙансығы эшләнеләр. Ҡайҙандыр, кемдәндер көтөп ултырмайҙар, үҙ тырышлыҡтары, эҙләнеүҙәре менән төрлө бәйгеләрҙә үҙен һынап, еңеү яулап, ауыл мәнфәғәтен ҡайғырталар. Әлбиттә, был тәңгәлдә ауыл старостаһы Азамат Ҡотлогилдин, ошо ауылда тыуып үҫкән Фәймә Аҡъюлова кеүек алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы ауыл халҡының эше, өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур, - тине Ғайса Ғилметдин улы һәм бер төркөм активистарға район хакимиәтенең рәхмәт хатын менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. 

 

Дөмбәйҙә балалар өсөн спорт майҙансығы асылды
Дөмбәйҙә балалар өсөн спорт майҙансығы асылды
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: