Мораҙым
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Сентябрь 2021, 09:10

Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?

- Нисек инде юҡ, һин нимә Альбина? Был юлы инде килендәшемдең күҙҙәре тауыҡ йомортҡаһындай булды. - Гөлназ, мин ниндәй Альбина булайым. Мин Зәлиә лә инде! Күҙҙәремде ыуалап, алдымда торған ҡатынға йәнә бер ҡарайым. Юҡ, хет үлтер, алдымдағы ҡатын – Альбина! - Уф, нисек инде Зәлиә? Һин бит Альбина! - Эй, алйыма әле, мине оноттоңдамы ней, мин һеҙҙә эшләп киткән Зәлиә бит! – Был һүҙҙәрҙән һуң уның Албина түгел, ысынлап тап Зәлиә икәнлеге башыма барып етә һәм мин оятымдан ер тишегенә инеп китерҙәй булам... Йөҙө менән республика башлығы Радий Хәбировҡа тартым ир ҙә бар районыбыҙҙа. Уҙған йыл ул эш буйынса 1 сентябрҙә Мораҡ 1-се урта мәктәбенә барған. Балаһы унда уҡыған бер әсә һуңынан шуны һөйләне. - 2-се класта уҡыған улым бөгөн беҙгә Хәбиров килде, ти. Кит булмаҫ, интернетта яҙырҙар ине, тиһәм, ысын килде, беҙҙе хатта фотоға төшөрҙө, тигәс, йәнә аптыраным. Ярай, Белем көнө менән ҡотларға килгәндә, ти, тик нисек инде шундай ҙур кеше фотоға төшөрөп йөрөй? Уҡытыусыға шылтыратҡас ҡына хәлдең айышына төшөндөк, - ти ул. Әйткәндәй, ошондай уҡ хәл Йомағужа уҡыусылары менән дә булған. Теге йәки был сараларҙа, юбилейҙарҙа ҡайһы бер кешеләрҙең “Әйҙә әле, “Хәбиров” менән фотоға төшәйек, бер иҫтәлек булыр”, - тигәндәренә өйрәнеп бөткән был танышым. Әммә, дөрөҫөн әйткәндә, ул республика башлығы менән үҙе араһында оҡшашлыҡ бөтөнләй юҡ тип иҫәпләй һәм кешеләр әйткәнен кире ҡаға.

Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?
Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?

Ул саҡта баҙар Мораҡ ауылы үҙәгендә ине әле. Шаршамбы көнө. Халыҡ, умарта күсендәгеләй, гөж килә. Төшкө аш мәлендә мин дә тиҙ генә кәрәкле нәмәләр алыу өсөн баҙарға йүнәлдем. Ашығып йөрөгәндә ҡайҙа инде ул кешегә абайлап ҡарау. Ҡапыл ғына кемдер арттан килеп ҡосаҡланы ла, ҡулдары менән күҙемде ҡапланы. Кем тертләтә тиһәм, ике туған килендәшем Альбина икән. Ул ҡәйнештән айырылып киткәне бирле өс-дүрт йыл самаһы күрешкәнебеҙ юҡ ине. Килендәш булған саҡта артыҡ яҡындан аралашмаһаҡ та, бер-беребеҙҙе яҡын күрҙек, шуға ла һүҙ тиҙ генә ялғанып китте.

 - Шунан, Диана менән әсәйеңдәр, Илдус ҡустың ни хәлдә? - тигән булам уның  яҡындарын иҫкә төшөрөп.

- Диана мәктәпте бөтә быйыл. Әсәйемдәр ҙә арыу ғына. Илдус тигән ҡустым юҡ та инде минең... – ти элекке килендәшем.

- Нисек инде юҡ, һин нимә Альбина?

Был юлы инде килендәшемдең күҙҙәре тауыҡ йомортҡаһындай булды.

- Гөлназ, мин ниндәй Альбина булайым. Мин Зәлиә лә инде!

 Күҙҙәремде ыуалап, алдымда торған ҡатынға йәнә бер ҡарайым. Юҡ, хет үлтер, алдымдағы ҡатын – Альбина!

- Уф, нисек инде Зәлиә? Һин бит Альбина!

- Эй, алйыма әле, мине оноттоңдамы ней, мин һеҙҙә эшләп киткән Зәлиә бит! – Был һүҙҙәрҙән һуң уның Албина түгел, ысынлап тап Зәлиә икәнлеге башыма барып етә һәм мин оятымдан ер тишегенә инеп китерҙәй булам...

 Һуң, кеше оҡшауын оҡшар, әммә ул тиклем үк булмаҫ! Шуныһы ҡыҙыҡ, Зәлиә беҙҙә эшләгән саҡта уның Альбина менән ике тамсы һыуҙай оҡшаш икәнлеге башыма ла инмәгән. Икеһенең дә Диана исемле ҡыҙҙары бар бит әле. Ярай ҡустыһын һорашҡанмын, юғиһә уны Альбина икән тип уйлап, артабан китер инем әле...

 Ер йөҙөндә һәр кемдең игеҙәге – үҙенә бер алманың икенсе яртыһы кеүек оҡшаш кешеләр була, тиҙәр шул! Беҙҙең арала ла күп улар. Минең үҙемде шхсән ҡасандыр бергә эшләгән Әлфиә исемле ҡыҙ менән бутайҙар ине. Уның ата-әсәһе әгән беҙҙе бер тапҡыр бутамаһа, оҡшашлығыбыҙға ышанмаҫ та инем...

Йөҙө менән республика башлығы Радий Хәбировҡа тартым ир ҙә бар районыбыҙҙа. Уҙған йыл ул эш буйынса 1 сентябрҙә Мораҡ 1-се урта мәктәбенә барған. Балаһы унда уҡыған бер әсә һуңынан шуны һөйләне.

- 2-се класта уҡыған улым бөгөн беҙгә Хәбиров килде, ти. Кит булмаҫ, интернетта яҙырҙар ине, тиһәм, ысын килде, беҙҙе хатта фотоға төшөрҙө, тигәс, йәнә аптыраным. Ярай, Белем көнө менән ҡотларға килгәндә, ти, тик нисек инде шундай ҙур кеше фотоға төшөрөп йөрөй? Уҡытыусыға шылтыратҡас ҡына хәлдең айышына төшөндөк, - ти ул.

 Әйткәндәй, ошондай уҡ хәл Йомағужа уҡыусылары менән дә булған.

Теге йәки был сараларҙа, юбилейҙарҙа ҡайһы бер кешеләрҙең “Әйҙә әле, “Хәбиров” менән фотоға төшәйек, бер иҫтәлек булыр”, - тигәндәренә өйрәнеп бөткән был танышым. Әммә, дөрөҫөн әйткәндә, ул республика башлығы менән үҙе араһында оҡшашлыҡ бөтөнләй юҡ тип иҫәпләй һәм кешеләр әйткәнен кире ҡаға.

 Мәҙәниәт тармағында йөҙөп йөрөп эшләгән, моңло тауыштары менән йыр-моң һөйөүселәрҙең һөйөүен яулаған йәштәр – Зөлфиә Илмөхәмәтова менән Шәирә Әлимғужинаны ла таныш булмағандар араһында игеҙәктәр тип бутаусылар күп икән. Хәйер, уларҙы ярайһы уҡ яҡындан белһәм дә, үҙем дә бутап, яңылыш өндәшкәнем булды. Үпкәләмәнеләр, “Беҙҙе күптәр игеҙәк тип уйлай ул”, - тип кенә ҡуйҙылар.

 Ә һеҙҙең үҙегеҙгә оҡшаған кешеләрҙе күргәнегеҙ булдымы? Улар, бәлки, берәү генә түгел, икәү-өсәүҙер ҙә әле...

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: