Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентябрь 2021, 14:25

Еңеүсегә бүләк тапшырылды

 “Мораҙым” гәзитенең рәсми сайтында тәбиғәт ҡосағында; район, республика, Рәсәй йәки башҡа илдәрҙең иҫтәлекле йәки матур урындарында төшкән фотоһүрәттәр араһында конкурс иғлан ителгәйне, унда матур-матур ерҙәргә сәйәхәт итергә, ялдарын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә, тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итергә яратыусы иң әүҙем яҡташтарыбыҙ ҡатнашты. Сәмле генә барған конкурста Мораҡ ауылынан Гөлшат менән Рифат Байтуғановтар ғаиләһе еңеү яуланы! Ҡотлайбыҙ! Афарин, йәштәр!  Еңеүсегә бүләккә вәғәҙә ителгән палатканы кисә Гөлшат Шамил ҡыҙына тапшырҙыҡ.  Беҙҙең бүләктең мәнфәғәтен күрергә, тағы ла матур-матур сәйәхәттәргә барырға, республикабыҙ, илебеҙ һәм бөтә донъяның  күркәм урындарында булырға яҙһын.  

Еңеүсегә бүләк тапшырылды
Еңеүсегә бүләк тапшырылды

 “Мораҙым” гәзитенең рәсми сайтында тәбиғәт ҡосағында; район, республика, Рәсәй йәки башҡа илдәрҙең иҫтәлекле йәки матур урындарында төшкән фотоһүрәттәр араһында конкурс иғлан ителгәйне, унда матур-матур ерҙәргә сәйәхәт итергә, ялдарын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә, тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итергә яратыусы иң әүҙем яҡташтарыбыҙ ҡатнашты. Сәмле генә барған конкурста Мораҡ ауылынан Гөлшат менән Рифат Байтуғановтар ғаиләһе еңеү яуланы! Ҡотлайбыҙ! Афарин, йәштәр!

 Еңеүсегә бүләккә вәғәҙә ителгән палатканы кисә Гөлшат Шамил ҡыҙына тапшырҙыҡ.  Беҙҙең бүләктең мәнфәғәтен күрергә, тағы ла матур-матур сәйәхәттәргә барырға, республикабыҙ, илебеҙ һәм бөтә донъяның  күркәм урындарында булырға яҙһын.  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: