Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентябрь 2021, 09:56

"Ағинәйҙәр һүҙе -аҡылдың үҙе"

Көҙҙө юҡҡа ғына кеше ғүмеренең ҡартлыҡ тип аталған миҙгеле  менән сағыштырмайҙарҙыр. Күрере – күрелгән, үтере-үтелгән. Тирә-яҡтағы һары моң йөрәктәрҙә һағыш уятһа ла, һарысайҙың сыуаҡ көндәре күңелгә ниндәйҙер аңлатып бирә алмаҫлыҡ һиллек, тынлыҡ ипкене һала. Тәбиғәттең дә кешенеке кеүек зирәклеге барҙыр тип уйлап ҡуяһың. Ярһыу яҙ һымаҡ осонмай ҙа, шашынмай ҙа; йәй һымаҡ ҡыҙҙырмай ҙа, яндырмай ҙа. Эштең осона сығылған, уңыштар йыйылған, буралар тулған. Ғүмер көҙөн бер аҙ һағайып та, ҡыуанып та көтөп алаһың. Әбейҙәр сыуағының ҡояшы йылыһына иҙрәп кенә, ғүмер юлын барлап, үтелгәндәрҙе байҡап, фәһем алырлығын балаларға фәһем итеп, ғибрәт булырҙай һабаҡтарын ғибрәт итеп, ипле генә итеп нәсихәттәрен еткереп, кәңәш-төңәштәрен биреп, көнкүреш ығы-зығыға артыҡ ҡыҫылмай, донъя эшенән  рухи яҡтан бер ни тиклем өҫтөн булып, матур ҡартайған, үҙе булған ерҙә ҡот уйнатҡан инәй-олатайҙар, шөкөр, бар әле арабыҙҙа.Әйҙәгеҙ әле, төркөмдәштәр,  "Ағинәйҙәр һүҙе - аҡылдың үҙе" тигән рубрикала ауылыбыҙҙағы ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар тураһында һөйләйек! Һеҙҙән фотолар, матур йөкмәткеле мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ!

Эштең осона сығылған, уңыштар йыйылған, буралар тулған. Ғүмер көҙөн бер аҙ һағайып та, ҡыуанып та көтөп алаһың. Әбейҙәр сыуағының ҡояшы йылыһына иҙрәп кенә, ғүмер юлын барлап, үтелгәндәрҙе байҡап, фәһем алырлығын балаларға фәһем итеп, ғибрәт булырҙай һабаҡтарын ғибрәт итеп, ипле генә итеп нәсихәттәрен еткереп, кәңәш-төңәштәрен биреп, көнкүреш ығы-зығыға артыҡ ҡыҫылмай, донъя эшенән  рухи яҡтан бер ни тиклем өҫтөн булып, матур ҡартайған, үҙе булған ерҙә ҡот уйнатҡан инәй-олатайҙар, шөкөр, бар әле арабыҙҙа.
Әйҙәгеҙ әле, төркөмдәштәр,  "Ағинәйҙәр һүҙе - аҡылдың үҙе" тигән рубрикала ауылыбыҙҙағы ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар тураһында һөйләйек! Һеҙҙән фотолар, матур йөкмәткеле мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ!

"Ағинәйҙәр һүҙе -аҡылдың үҙе"
"Ағинәйҙәр һүҙе -аҡылдың үҙе"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: