Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентябрь 2021, 10:34

Ағинәйҙәр һүҙ - аҡылдың үҙе

Рубриканы Күгәрсен ауылынан Шәмсиә инәй менән Әхәт олатай Ваһаповтар тураһындағы мәҡәлә менән асып ебәрмәксебеҙ.  Матур донъя көткән ауылдаштары хаҡында беҙгә Зөлфиә апай Хәйбуллина яҙып ебәргән.   

Әхәт ағай - совхозда төҙөлөштә, Шәмсиә апай һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтылар. Быйыл уларҙың тормош ҡороуҙарына ла 55 йыл тулып үтте. Йорттары матур, ҡаралтылары төҙөк, баҡсалары, ишек алды сәскәгә күмелеп, үҙе бер йәм булып ултыра.

 Шәмсиә апай бик уңған, өлгөр. “Ак калфаклар” ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһында иң олоһо ул. Беҙгә һәр ваҡыт кәрәкле, төплө кәңәштәрен бирә. Байрамдарға әҙерләнергә репетицияларға мәҙәниәт йортона йыйылғанда тәмле ләүәштәре, ауыҙҙа иреп кенә торған сәк-сәктәре, ҡышын ҡаймаҡлы еләктәре менән тәмле итеп сәйҙәре менән һыйлай. Байрамдарҙа һәр беребеҙгә үҙе бәйләгән әйберҙәрен бүләк итеп ҡыуандыра. Мәсеткә йома намаҙына йөрөй, биш намаҙын ҡалдырмай, матур итеп ҡөръән уҡый. Бер ваҡытта ла кешене яманлап һөйләгәнен ишеткәнебеҙ юҡ.

 Шәмсиә апай әүҙем, сәләмәт тормош алып бара. Хәрәкәттә – бәрәкәт тигәндәй, өй эшендә лә, йәмәғәттә лә, хатта  сәпиттә, саңғыла йөрөргә лә ваҡыт таба.

 - Йәш ваҡытта эш күп булғас, велосипедта ла, саңғыла ла йөрөй алманым.  Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тотондом.  Эҫе көндәрҙә велосипедта йөрөүе рәхәт, еләҫ, бара торған ереңә лә рәхәтләнеп барып етәһең.

 Кәзә-һарыҡ тотабыҙ, кәзә һөтөнән ҡымыҙ яһайым. Һораған кешеләргә эшләп бирәм, ҡаймағын еләк, шәкәр ҡушып, туңдырғысҡа һалам, ҡышын бик танһыҡ ризыҡ, балалар ҙа яратып ашай.  

 Бешеренергә яратам. Бына был ләүәш ҡамыры ла бик матур килеп сыҡты. 3 йомортҡа, 3 ҡалаҡ сүпрә, 1 стакан һөт, 1 ҡап маргарин, 3 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, он һалып баҫам да, 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торам. Шулай итһәң, ҡамыр уңа һәм тәмлерәк була, - ти Шәмсиә апай ләүәштәрен бүлә-бүлә.

 - Һуғыш йылдарында барыбыҙға ла ауыр булғандыр инде. Бәләкәйҙән үк эшкә йөрөнөк, көс еткәнсә тырма менән тырманыҡ, әҙерәк үҫә төшкәс, һәнәк алып, үгеҙҙәргә, аттарға бесән тейәнек. Йәйен ҡырҙа утауға йөрөнөк. Шулай, йәштән эшләп үҫтек.

 Баҡса эшен яратам, сәскәләр үҫтерәм. Өйҙә лә, баҡсала ла күкрәп сәскә аталар.  Үҙ ҡулдарыбыҙ менән матурлыҡ тыуҙырып йәшәү – күңелгә лә шатлыҡ өҫтәй, эшләгәндә дәрт бирә бит.

 Ҡышҡылыҡҡа йәшелсә тоҙлайбыҙ, салаттар яһайбыҙ, еләк-емештән ҡайнатма, компот әҙерләйбеҙ. Бына шулай балалар менән бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, йәшәп ятабыҙ.

 Бәйләм эшен дә яратам. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә ҡул эше менән ултырам, балаларға ойоҡбаш, бейәләй бәйләйем, - ти Шәмсиә апай.

Тулы мәҡәлә район гәзитендә донъя күрер. 

 

Ағинәйҙәр һүҙ - аҡылдың үҙе
Ағинәйҙәр һүҙ - аҡылдың үҙе
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: