Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2021, 15:42

Матурлыҡ көнө

Бөгөн - Бөтә донъя матурлыҡ көнөҠайҙа ғына бармаһын, ҡайҙа ғына йөрөмәһен уның ҡулында һәр ваҡыт фотоаппарат булыр. Оҙон юлға сыҡҡанда ла иң ауыр йөгө – фотоаппарат. 

Фото сәнғәте – өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәр, һиҙгерлек, юғары тойомлау, ниндәй ҙә булһа кәрәкле, илаһи, серле мәлде тотоп алыу, шул матурлыҡты мәңгеләштереү өсөн йылдамлыҡ та талап иткән сәнғәт төрө ул. Бына ошо сәнғәт менән бала саҡтан йәнәш атлаған Зыя Ғариповтың төшөргән фотоһүрәттәре уның ысын фотограф булыуы хаҡында һөйләй. Ябай ғына тормош күренешен, беҙҙең көндәлек тормошобоҙ сағылған мәлдәрҙе, дәүерҙәрҙе тарихҡа һалыу, юғары сәнғәт өлгөһөнә күтәреү, беҙ ябай күҙлектән сығып баһалаған, күргән күренеште, матурлыҡты кешегә бөтөнләй икенсе яҡлап еткерә белеү – ижади ҡарашлы, ижади ҡомарлыларҙың ғына ҡулынан киләлер.
Һүрәттә: Зыя Ғарипов фотолары.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: